

Рәсәйҙең синхрон йөҙөү буйынса спортсылары Светлана Ромашина һәм Светлана Колесниченко кейеменә Токиолағы Олимпия уйындарында рөхсәт ителмәгән айыуҙар урынына балалайка һүрәтен төшөргән.
Ә башта спортсыларыбыҙ айыу һүрәттәре булған кейемдә сығыш яһарға теләгән. Тик Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлыҡ (WADA) айыуҙарҙың Рәсәйҙе символлаштырыуын билдәләгән һәм был һүрәттәрҙе файҙаланыуҙы тыйған.
Был хаҡта Светлана Колесниченко журналистарға һөйләне. Әйткәндәй, ҡыҙҙар ирекле программала беренсе урынды яуланы. Ә техник төр буйынса ярыштар 3 августа уҙғарыласаҡ. Унда ла спортсыларыбыҙ һынатмаҫ, моғайын.
Фото: Олимпиада сайты.