

Яҡташыбыҙ, грэпплинг буйынса спортсы Аделина Мырҙабаева үҙенең уңыш серҙәре менән уртаҡлашты. Ул 11 – 23 августа Өфөлә юниорҙар араһында үткәреләсәк спорт көрәше буйынса донъя чемпионатына ныҡлы әҙерләнә.
– Йоҡонан уянғас, иртәнге аштан 30 минут алда мотлаҡ бер стакан йылы һыу эсәм, артабан еңелсә физик күнекмәләр эшләйем, – тип белдерә Рәсәйҙең йыйылма командаһына кандидат. – Иртән, ғәҙәттә, һоло бутҡаһы, банан ашайым. Үҙемә смузи әҙерләүем ихтимал. Ярыштарға әҙерлек осоронда рационымда фастфудтар, тәмлекәстәр һәм газлы эсемлектәр булмай.
Өҫтәүенә, ҡыҙ иртән медитацияға ла иғтибар бүлә икән.
– Был миңә тотош көн буйына етерлек яҡшы кәйеф өҫтәй. Бер йыл элек медитация яһай башланым. Башта рухиәт тураһында китаптар уҡыным, аҙаҡ етди күнекмәләргә тотондом, – ти ул.
Музыка, фильмдар һәм роликтар ҙа спортсыбыҙға уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә икән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Аделина Мырҙабаева – Стәрлетамаҡ районының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ул 2019, 2020, 2021 йылдарҙа Волга буйы федераль округында беренселекте яулағайны. Бынан тыш, Аделина быйыл Рәсәй беренселегендә ике тапҡыр еңеүгә өлгәште. 2019 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында Ташкентта билбау көрәше буйынса донъя беренселегендә бронза миҙалға лайыҡ булды. Тренерҙары – Яна Беликова һәм Әлфиә Әлимғужина.
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.