

Республиканы үҫтереү корпорацияһы бизнес-шәрифтәр менән осрашыуын дауам итә. Ошондай осрашыу Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла райондары вәкилдәре менән онлайн тәртибендә ойошторолдо.
Инвесторҙар йәлеп ителә
– Бөрйән районының туризм йәһәтенән потенциалын иҫәпкә алып, ҡыш Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсиялар ойошторорға кәрәк, тип уйлайым. Был – бик үҙенсәлекле һәм беҙҙең төбәктә тормошҡа ашырырлыҡ ғәмәл. Туристар беҙгә йәй генә түгел, ҡышын да киләсәк. Бының өсөн аэросаналар, ҡаргиҙәрҙәр кәрәк була. Туңған йылға буйлап Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу, юл буйында глэмпингтарға инеп йылыныу, сәй эсеү мөмкинлегенән файҙаланыу тәбиғәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер, тип уйлайым. Туристарҙың һанын арттырып, эш урындары ла булдырыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ. Корпорация белгестәре был йүнәлештә эшләйәсәк инвесторҙарҙы эҙләй башланы, – ти Наил Ғәббәсов.
Әбйәлил районының бизнес-шәрифе Руслан Хәлилов билдәләүенсә, район ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә күп көс һала. “Бөгөн күп тармаҡлы сәнәғәт майҙансығы бар. Шуны һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк”, – ти Руслан Хәлилов.
Уның сығышын тыңлағандан һуң, Наил Ғәббәсов был майҙансыҡта индустриаль парк асыу мөмкинлеген ҡарарға кәңәш итте һәм районда туризмды үҫтереү буйынса барған эшкә ыңғай баһа бирҙе. Яҡтыкүл эргәһендә глэмпингтар ҡуйыу кәрәклеген билдәләне.
Хәйбулла районы вәкиле Наил Байғусҡаров иһә райондағы инвестиция майҙансыҡтары тураһында ентекле һөйләне. Үҫеш корпорацияһы был өлкәлә лә инвесторҙар менән ярҙамға килергә әҙер.
Бөгөн Башҡортостандың үҫеш корпорацияһында 90-дан ашыу инвестиция проекты бар. Белгестәр проекттарҙы башланғандан алып аҙағынаса оҙата бара. Инвесторҙар өсөн мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға була: kr-rb.ru.
Гранттарға – 100 миллион һум
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар бүлеү буйынса конкурсҡа документтар ҡабул итә башланылар. Кооперативтар был конкурсты көтөп ала, сөнки тап ошо гранттар ярҙамында етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеге тыуа.
– Конкурс комиссияһы һәр дәғүәсенең проектын ентекле тикшерә. Комиссияның ултырыштары онлайн рәүешендә бара. Уны министрлыҡтың сайтында ҡарап була. Гранттарҙы отоусылар бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле ҡулланыр, тип өмөтләнәбеҙ, – тине министр урынбаҫары Наил Нуриәхмәтов.
Дәғүәселәр араһында “Исток” кооперативы ла бар. Әлшәй районындағы был кооператив 2017 йылда ойошторолған. Шул уҡ йылда ундан ашыу хужалыҡты берләштергәндәр. Тәүҙә ауыл халҡынан һөт йыйыу менән шөғөлләнгәндәр. Матди-техник базаны нығытҡандан һуң, һөттө эшкәртеүгә лә тотоналар. Хәҙер “Исток” ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ етештерә. 2019 йылда 10,5 миллион һумлыҡ грант отоп, алға табан ҙур аҙым яһайҙар.
– Дәүләт ярҙамын тәүгә алмайбыҙ. Субсидияларҙы йыһазландырыуға тотондоҡ. Бер йылдан тауар әйләнеше үҫте, алға китеш күренә башланы, – ти ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Петр Николаев.
Бөгөн республикала 350 ауыл хужалығы кооперативы бар. Уларҙың һәр береһе алға ҡарап үҫеүҙе һәм тауар әйләнешен арттырыуҙы маҡсат итеп алған.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.