

Ҡышты тыныс күңел, ышаныс менән ҡаршылар өсөн мал аҙығын әҙерләү шарт. Һуңғы йылдарҙа ҡоро һауа торошо ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен бер аҙ хафаға һала. Мал аҙығының сифаты ла уны әҙерләү ваҡытына бәйле.
Фермер Илдар Ғирфатовтың хужалығында 126 баш мал бар.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙы ҡышлатырлыҡ мал аҙығы әҙерләргә кәрәк: май аҙағынан механизаторҙар бесән саба. “85 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сәселде, сифаты яғынан былтырғыға ҡарағанда йоҡараҡ, әлбиттә. Үҙем иҡтисадсы, шулай уҡ юрист, кәрәк икән, комбайнға, “КамАЗ”-ға, тракторға ла ултырам”, – ти заманса техникала йәшел массаны йыйып төргәкләгән Назар Ғирфатов. Сабылған яландарға икенсе тапҡыр уңыш алыр өсөн гектарына 2 центнер нисбәтендә азот ашламаһы индерергә ниәтләйҙәр. Шулай уҡ бер йыллыҡ мал аҙығын әҙерләүгә Сынтимер Ишҡолов, аталы-уллы Илдар менән Игорь Зверевтар йәлеп ителгән. Мал аҙығы өсөн 100 гектарҙа кукуруз сәскәндәр, әле силос соҡорон әҙерләү менән мәшғүлдәр. Уңған фермер хужалыҡта техниканы яңыртып тора. Быйыл үләнде яҫмаларға һалыу, пресс агрегаты, былтыр “МТЗ”, “Т-150” тракторы алғандар.
Башҡа баҫыу эштәре лә онотолмай. Механизатор Иван Переверзев көнбағыш, пар баҫыуҙарына сүп үләндәренә, ҡоротҡостарға химик утау үткәргән. Әйткәндәй, уның да биш төр техниканы йөрөтөү өсөн категорияһы бар. Һүҙ уңайынан Илдар Вәкил улының кешелеклелеген дә билдәләгем килә: атай-әсәйһеҙ ҡалған Иванды заманында үҙ ҡанат аҫтына ала ул. Тракторсы һөнәренә уҡып сыҡҡан егет биш йыл хужалыҡта эшләй, торлаҡлы ла була, хәҙер инде үҙе ғаилә башлығы, киләсәге лә ышаныслы.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Мәләүез районы.