

Грек-рим стилендәге көрәшсе Муса Евлоев Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яуланы.
Спортсы 97 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынға сыҡты. Ул Әрмәнстандан Артур Алексанянды 5:1 иҫәбе менән еңде.
Муса Евлоевҡа – 28 йәш. Ул – ике тапҡыр донъя (2018, 2019) һәм Европа (2019, 2021) чемпионы. Муса Евлоев 2017 йылда донъя беренселегендә көмөш миҙал да яулаған ине.
“Олимпия уйындары чемпионы исемен яулау өсөн күп һәм ныҡлы хеҙмәт иттегеҙ. Финал ярыштарында тәжрибәле һәм исеме күптәргә таныш спортсы менән алышта ла ныҡлы ихтыяр күрһәттегеҙ”, - тип белдергән Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Муса Евловты ҡотлауында.
Фото: Олимпиада сайты.