Спорт һәм туризм
4 Август 2021, 15:35

Тимур Сафинға – торт!

Бөгөн  Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында рапирала фехтование буйынса көмөш миҙал яулаған Тимур Сафинға 29 йәш тулды.

Тимур Сафинға – торт!Тимур Сафинға – торт!
Тимур Сафинға – торт!

Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙа үткәреләсәк спорт көрәше буйынса донъя юниорҙар чемпионатында ҡатнашыуға кандидаттар Тимур Сафинды тыуған көнө менән ҡотланы.

Бөгөн  Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, рапирала фехтование буйынса Олимпия уйындары чемпионы, Риолағы Олимпия уйындары призеры, Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында рапирала фехтование буйынса көмөш миҙал яулаған Тимур Сафинға 29 йәш тулды.

Спортсының ошо матур ғүмер байрамы айҡанлы көрәшселәр уға тиҙҙән үткәреләсәк беренселек логотибы - Өфө символы  һуҫар һәм алтын миҙал төшөрөлгән торт бүләк итте.

Спорт көрәше буйынса донъя юниорҙар чемпионаттарында ҡатнашыуға кандидаттар Адлан һәм Алан Амриевтар Тимурҙы Өфөләге Телеүҙәк эргәһендә ҡотланы, тип хәбәр итә республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас