Спорт һәм туризм
5 Август 2021, 09:00

Мәмерйә рөхсәтһеҙ ингәнде яратмай...

"Ысын күңелдән барығыҙҙың да мәмерйәне барып күреүен теләйем,"- ти Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.

Мәмерйә рөхсәтһеҙ ингәнде яратмай...Мәмерйә рөхсәтһеҙ ингәнде яратмай...
Мәмерйә рөхсәтһеҙ ингәнде яратмай...

Мәмерйә, ыуалып ватылырға ғына торған гәлсәр һауыт кеүек, үҙенә бик  һаҡсыл айырым ҡараш талап итә. Архангел районындағы  Асҡын ауылынан алыҫ булмаған урында  Көньяҡ Уралда иң  ҙур һаналған  боронғо боҙлоҡ бар. Мәмерйәлә 8-11 метр бейеклектәге гигант боҙ сталагмиттары хайран ҡалдыра.

Бынан бер нисә йыл элек туристарҙың тәртипһеҙ рәүештә мәмерйәгә ағылыуы һөҙөмтәһендә боҙҙоң ирей башлауы, микроклиматтың боҙолоуы күҙәтелгән. Бынан һуң унда үҙаллы йөрөүҙе тыйғандар.

– Ҡар батшалығын күрергә теләһәгеҙ, ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе үтәргә әҙер булығыҙ. Экскурсия төркөмөндә ундан  да күберәк кеше булырға тейеш түгел. Был мәмерйәлә боҙлоҡто тейешле температурала  һаҡлау өсөн кәрәк.  Унда барыу өсөн алдан бронь алырға тейешһегеҙ. Юлдың бер өлөшөн йәйәү үтергә тура килә, уны алты йәштән ҙурыраҡ балалар ҙа еңел үтә ала.  Ысын күңелдән барығыҙҙың да мәмерйәне барып күреүен теләйем, - ти Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.

Парламентарий мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн   проектты тормошҡа ашырыу буйынса мәмерйәнең әҙерлеге менән танышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең “Асҡын боҙ мәмерйәһе: бар кеше өсөн дә асыҡ маршрут”  проекты Президент гранттары конкурсы еңеүселәренең береһе булды.  Тиҙҙән Асҡын боҙ мәмерйәһенә экскурсияларға  психоневрология учреждениелары һәм интернат-йорттарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн дә юл асыҡ буласаҡ. Элегерәк бында ҡарауылсылар өсөн йорт, лапаҫтар, туристик туҡталҡаларҙа туалеттар, беседка төҙөлгәйне. Шулай уҡ мәмерйә эсендә баҫҡыстар урынлаштырылған, майҙансыҡ булдырылған, яҡтыртыу үткәрелгән.

– Тиҙҙән мәмерйәгә күтәрелеү өсөн баҫҡыстар төҙөй башлаясаҡбыҙ, – ти Рәсәй география йәмғиәте ағзаһы Гүзәл Хәмитова. – Грантҡа ярашлы бөтә эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн мәмерйәгә сәйәхәттәр психологик ярҙам күрһәтәсәк, психоневрология интернаттары пациенттарының тормошто танып-белеүсәнлеге артасаҡ.

Сәләмәт мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн туристик объект асыу идеяһы “Хәстәрлек төбәге” Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты  проекты авторы һәм хоспистарға ярҙам күрһәтеүсе “Вера”   хәйриә фонды учредителе Нюта Федермессерҙыҡы. Проектты Башҡортостан Хөкүмәте хупланы.

–Туризмдың был йүнәлеше үҙенсәлекле.”Асыҡ мөхит”те ойошторғанда, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йыл әйләнәһенә Асҡын боҙ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡыла аласаҡ. Ул республикала социаль яраҡлаштырылған тәүге тәбиғәт объекты буласаҡ, - ти Эльвира Айытҡолова. Депутат шулай уҡ мәмерйәгә инеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләгән видео ла урынлаштырған.

Асҡын боҙ мәмерйәһе республика халҡының яратҡан урындарының береһе, быға инстаграм селтәрендәге  #ВыбирайБашкортостан флешмобы дәлил. Уны блогер, Оло Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалыусы Рәйес Ғәбитов ойошторған. Ял һәм сәйәхәттәр өсөн популяр урындар исемлегендә шулай уҡ Шүлгән таш, Әр ташы, Күк ҡарауыҡ шарлауығы, Торатау шиханы һәм башҡалар бар.

“Мөмкинлек булғанда, беҙ ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итәбеҙ. Айырыуса йәй көндәрендә. Яңы хис-тойғолар, яңы урындар– улар балаларҙың ҡарашын киңәйтә, үҫтерә, балалар яңы шарттарға тиҙерәк яраҡлаша,” - тип иҫәпләй Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова.

“Бында барыһы ла ысын: һауа, һыу, ағастар,  хатта йөрәк тибеше... Тормош”, - тип һүрәтләгән Ғәҙелша шарлауығын  Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов. Ул шарлауыҡтың тирә-яғын “көс биреүсе урын” тип атаған.

“Республикамды сикһеҙ яратам. Башҡортостанда тыуыуым, үҫеүем һәм хеҙмәт итеүем менән ғорурланам,” – тип яҙа үҙенең битендә Өфө ҡалаһынан Лилиә Хәкимова һәм Ҡорғаҙаҡҡа саҡыра. Был минераль сығанаҡ Салауат районы биләмәһендә урынлашҡан,  “Янғантау” республика заказнигына инә, Башҡортостан тәбиғәтенең гидрологик ҡомартҡыһы булып тора.

Ысынлап та, #ВыбирайБашкортостан онлайн-флешмобы республикала ял өсөн урындарҙың күплеген күрһәтте.  Флешмоб  ҙур популярлыҡ яуланы.   Туристарға уңайлы булһын өсөн  туризм-рб.рф сайтында ял урындарының аныҡ GPS- координаттары менән баннерҙар урынлаштырыла.

Фото:BashNews

 

 

 

Мәмерйә рөхсәтһеҙ ингәнде яратмай...
Мәмерйә рөхсәтһеҙ ингәнде яратмай...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас