

Словениянан Янья Гарнберг Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында ҡаяға үрмәләү буйынса күпбәйгелә еңеүсе тип табылды.
Янья Гарнберг тиҙлек, боулдеринг, ҡаршылыҡтарҙы үтеү кеүек өс дисциплина һөҙөмтәләре буйынса барлығы 5 балл тупланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Япониянан Михо Нонака менән Акиёти Ногути бүлеште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спортсыларыбыҙ Виктория Мешкова менән Юлия Каплина финалға сыға алманы.
Әйткәндәй, ҡаяға үрмәләү буйынса ярыштар Олимпия уйындарында беренсе тапҡыр үткәрелде һәм наградаларға күпбәйгелә генә лайыҡ булдылар.
Фото: Олимпиада сайты.