

Рәсәйҙең ирекле стиль буйынса көрәшсеһе Заурбек Сидаков Токиолағы Олимпия уйындарындағы еңеүен Бесик Кудуховҡа арнаны.
Заурбек Сидаков финалда 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге ярыштарҙа Белоруссия спортсыһы Магомедхабиб Кадимагомедовты еңде. Әйткәндәй, 25 йәшлек спортсы – ике тапҡыр донъя чемпионы.
Шуныһы үҙенсәлекле: алыштан һуң спортсыбыҙ команда тренерҙары эргәһендә килде һәм күҙе йәштәргә мансылды. Ул был еңеүен 2013 йылда автоһәләкәттә ғүмере өҙөлгән Бесик Кудуховҡа арнаны.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Заурбек Сидаковты ҙур еңеүе менән ҡотланы.
Фото: Олимпиада сайты.