

Спорт көрәше менән шөғөлләнеү сәләмәтлекте нығытыуға һәм физик үҫешкә бик яҡшы йоғонто яһай. Ул көслө, етеҙ, аныҡ, сабыр, маҡсатлы, йылдам булырға ярҙам итә. Шуға спорт көрәше – физик тәрбиәнең мөһим өлөшө ул. Уның дөйөм белем биреү мәктәптәренең физик культура буйынса программаһына индерелеүе лә тиккә түгел.
Хәҙерге спорт көрәше грэпплинг, грэпплинг-ги, ирекле көрәш, ҡатын-ҡыҙҙар көрәше, грек-рим көрәше кеүек төрҙәргә бүленә. Ирекле көрәш, ҡатын-ҡыҙҙар көрәше, грек-рим көрәше кеүек төрҙәре Олимпия уйындары программаһына ла индерелгән.
Тиҙҙән, 11 – 23 августа, Башҡортостандың баш ҡалаһында 21 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге ойоштороласаҡ. Шуның менән бәйле Александр Николаевич Григорьевҡа мөрәжәғәт иттек. Ул – Башҡортостандың Спорт көрәше буйынса Олимпия резервы мәктәбе директоры, республиканың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы эйәһе, СССР-ҙың классик көрәш буйынса спорт мастеры. Былтыр Александр Григорьев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгәйне.
Башҡортостан Башлығы приздарына спорт (грек-рим) көрәше буйынса шәхси һәм команда иҫәбендә Рәсәй кубогына ярыштарҙы асҡан ваҡытта ошо орденды алып: “Һәр тренер юғары кимәлдәге спортсыны ғына түгел, бөйөк Рәсәйҙең лайыҡлы гражданын да тәрбиәләү хаҡында хыяллана. Үҙ тәрбиәләнеүсем менән ғорурланам. Ул – Башҡортостан Республикаһының лайыҡлы улы”, – тип белдергәйне Александр Григорьев.
– Өфө мәҙәниәт кенә түгел, спорт буйынса ла иғтибар үҙәгендә ҡала. Тиҙҙән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында беренселек үткәреләсәк. Унда донъялағы 60-тан ашыу илдән 1 мең 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ, – тине беҙгә Александр Николаевич. – Көрәш – алдан әйтеп, күҙаллап булмаған спорт төрө. Барыһы ла ул ваҡыттағы хәл-ваҡиғаға бәйле буласаҡ, уңыш та кәрәк.
Әйткәндәй, Александр Григорьев Стәрлетамаҡ районының Григорьевка ауылында тыуған, Ҡаҙағстанда үҫкән.
– Александр Суворов дисциплинаның һәр еңеүҙең “әсәһе” булыуы хаҡында белдергән. Көрәш тәртипкә, үҙаллылыҡҡа өйрәтә. Балалар менән алты, ете, һигеҙ йәштән эшләйбеҙ, күнекмәләр үткәрәбеҙ, – тип һөйләй Александр Николаевич.
Тиҙҙән башланасаҡ донъя чемпионатына тиклем дә яҡташ спортсыларыбыҙ призлы урындар яулағайны. Мәҫәлән, 2019 йылда Ислам Опиев һәм Фәдис Вәлитов 23 йәшкә тиклемгеләр араһында грек-рим көрәше буйынса донъя беренселегендә триумфатор булды. Будапештта Ислам Опиев 77 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яулаһа, Башҡортостандан икенсе вәкил Фәдис Вәлитов бронза миҙалға өлгәште.
– Барлыҡ йәш категориялары буйынса ла призлы урындар яулағандар бар, – тине Александр Григорьев. – Тағы булыр тигән өмөттәбеҙ.
Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса юниорҙар командаһы Алуштала уҡыу-күнекмә йыйындарын тамамланы. Илдең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан көрәшселәр Адлан һәм Алан Амриевтар, Сәйед-Хөсәйен Бакаев, Эрик Шамилов, шулай уҡ өлкән тренер Геннадий Сырцев бар ине.
Башҡортостандан Рәсәйҙең йыйылма командаһына кандидаттар Адлан Амриев һәм Сәйед-Хөсәйен Бакаев Өфөләге күнекмәләрҙе дауам итә.
- Айһылыу НИЗАМОВА.