

XXXII йәйге Олимпия уйындарында яҡташыбыҙ Тимур Сафин илебеҙҙең фехтование буйынса йыйылма командаһы составында көмөш миҙал яуланы. 4 августағы еңеү уның тыуған көнөнә шәп бүләк булды.
“Өфө” аэропортында Тимур Сафинды әсәһе Гөлсинә Рәхимйән ҡыҙы, тренеры Лира Грушина, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге директоры Юлия Чачина, Өфөләге фехтование буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, рапирала фехтование буйынса чемпион Аделина Заһиҙуллина, көйәрмәндәр һәм башҡалар ҡаршы алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Тимур Сафин 1992 йылдың 4 авгусында Ташкентта тыуған. 1998 йылдан алып ғаиләһе менән Өфөлә йәшәйҙәр. Спорт карьераһын ул бокс менән каратэнан башлаған.
Егеттең фехтование менән шөғөлләнә башлау тарихы бик үҙенсәлекле. Тренерҙар Вил Нәғимов һәм Фәрит Арыҫланов мәктәптә уҡыусыларға фехтование тураһында һөйләй, бушлай форма вәғәҙә итә – иртәгәһенә кластағы барлыҡ малайҙар ҙа был спорт төрө менән шөғөлләнергә ҡарар ҡыла. Тик йыл аҙағында улар араһынан туғыҙ йәшлек Тимур ғына ҡала.
Ныҡыш, сәмсел егет, 2006 йылда үҫмерҙәр араһындағы Рәсәй беренселегендә бронза миҙал яулағас, педагогтары Лира Грушина һәм Руслан Насибуллин менән мәктәп-интернатта спорттың был төрө менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Шулай итеп, ул – Өфөләге Олимпия резервындағы 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм спорт профилле 5-се мәктәп-интернат тәрбиәләнеүсеһе.
Тимур Сафин 2014 йылда Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған, артабан әрме хеҙмәтендә булған, унда ул ЦСКА клубы өсөн сығыш яһаған. Тимур Сафиндың хәрби званиеһы – лейтенант.
Тимур – өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя, Европа чемпионаттары һәм Европа уйындары призеры. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгән рапира буйынса команда ярыштарында – алтын, шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған. Катарҙа уҙғарылған һайлау этаптарында ҡатнашыу мөмкинлеге булмаһа ла, Токиолағы уйындарға Рәсәй йыйылма командаһы составында өҫтәмә һайлауҙа юллама алыу бәхете тейгән.
Шулай итеп, быйылғы йәйге Олимпия уйындары ла спортсы өсөн уңышлы булды: Тимур Сафин Рәсәйҙең фехтование буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы составында көмөш миҙал яуланы! Өҫтәүенә, ул йәйге Олимпиада уйындарын асыу тантанаһында ла ҡатнашты.
- Айһылыу НИЗАМОВА.