Спорт һәм туризм
8 Август 2021, 16:15

“Донъяға ышаныс бүләк итәһегеҙ...”

Токиола йәйге Олимпия уйындарын  ябыу тантанаһында Халыҡ-ара Олимпия комитеты президенты Томас Бах Япония етәкселегенә, халҡына пандемия шарттарында сараны ойошторғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

“Донъяға ышаныс бүләк итәһегеҙ...”“Донъяға ышаныс бүләк итәһегеҙ...”
“Донъяға ышаныс бүләк итәһегеҙ...”

Токиола йәйге Олимпия уйындарын  ябыу тантанаһында Халыҡ-ара Олимпия комитеты президенты Томас Бах Япония етәкселегенә, халҡына пандемия шарттарында сараны ойошторғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

“Әлеге ауыр ваҡытта тотош донъяға ышаныс бүләк итәһегеҙ. Пандемия башланғандан алып, донъя беренсе тапҡыр берләште, планетаның барлыҡ кешеләре хис-тойғолар менән бәйле ине һәм былар бөтәһе лә өмөт уятты, - тип белдерҙе Томас Бах.  – Барлыҡ атлеттар исеменән Японияға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ирекмәндәргә рәхмәт”.

Халыҡ-ара Олимпия комитет президенты был олимпия уйындарының быға тиклемгеләренә хас булмауы хаҡында әйтте.

“Халыҡ-ара Олимпия комитетына һәм япон дуҫтарға уйындарҙың үткәрелеүе өсөн күп көс һалырға тура килде. Япония Хөкүмәтенә бурыстарына тоғро ҡалғаны өсөн рәхмәт белдерәм. Ғәжәйеп тарих. Ойоштороу комитетына ла рәхмәт һүҙҙәремде әйтәм”, - тине Томас Бах.

Әйткәндәй, Токиолағы йәйге Олимпия уйындарын ябыу тантанаһы тамашасыларһыҙ үтте.

Фото: Олимпиада сайты.

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас