Спорт һәм туризм
8 Август 2021, 17:00

Илебеҙ спортсылары һынатманы

Рәсәй спортсылары Токиолағы Милли стадионда барған йәйге Олимпиаданы ябыу тантанаһында ҡатнашты.

Илебеҙ спортсылары һынатманыИлебеҙ спортсылары һынатманы
Илебеҙ спортсылары һынатманы

Рәсәй спортсылары Токиолағы Милли стадионда барған йәйге Олимпиаданы ябыу тантанаһында ҡатнашты.

Спортсыларҙың парады делегацияларҙың әләм тотоусылары сығышынан башланды. Рәсәй командаһынан вәкил ирекле стиль буйынса көрәшсе Абдулрәшид Садулаев ине: ул майҙан буйлап Рәсәйҙең Олимпия комитеты флагы менән үтте. Спортсы 97 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яулағайны. Шулай итеп, ул ике тапҡыр олимпия уйындары чемпионы тип танылды. Флагты күтәреүселәрҙән һуң командалар спортсылары майҙанға сыҡты.

Шулай итеп, Токиола 339 комплект миҙал уйнатылды. Илебеҙ спортсылары командаһы 20 алтын, 28 көмөш, 23 бронза миҙал яуланы һәм дөйөм иҫәптә бишенсе урынға сыҡты. Беренсе урынды – АҠШ (39-41-33), икенсе урынды – Ҡытай (38-32-18), өсөнсө урынды – Япония (27-14-17), дүртенсе урынды Бөйөк Британия (22-21-22) яуланы.

Рәсәй спортсылары Токиолағы Олимпиадала, 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгәне менән сағыштырғанда, алтын миҙалды күберәк яуланы. Еңел атлетика буйынса спортсы Мария Ласицкене Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында беренсе урынға лайыҡ булды һәм 20-се алтын миҙалды алды. Ә Рио-де-Жанейрола үткәрелгән Олимпиадала спортсыларыбыҙ 19 алтын миҙалға лайыҡ булды һәм дөйөм иҫәп буйынса дүртенсе урында ине.

Быйылғы ярыштарҙа Мария Ласицкене, илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары спорт гимнастикаһы буйынса команда күпбәйгеһендә, синхрон йөҙөүселәребеҙ дуэт һәм төркөм ярыштарында, боксер Альберт Батырғазиев, ҡылыстарҙа һәм рапираларҙа фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, ҡылыс менән ярыштарҙа София Позднякова, уҡсы Виталина Бацарашкина, йөҙөүсе Евгний Рылов, тхэквондола  Владислав Ларин, Максим Храмцов, тенниста Андрей Рублев, Анастасия Павлюченкова, ирекле стиль буйынса көрәшселәр Заур Угуев, Заурбек Сидаков һәм Абдулрашид Садулаев, классик стиль буйынса көрәшсе Муса Евлоев алтын миҙалға лайыҡ булды.

Токио ҡалаһындағы ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы үҙ көсөн һынаны. Рәсәйҙең йыйылма командаһында республикабыҙҙан түбәндәге спортсылар бар ине.

  1. Аделина Заһиҙуллина(28 йәш) - команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019 йылдар) һәм Европа чемпионы (шулай уҡ 2016, 2019 йылдар), Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза миҙал эйәһе. Аделина – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры – Ольга Шагаева. Яҡташыбыҙ, барлыҡ этаптарҙы ла уңышлы үтеп, Олимпия уйындарында үҙ көсөн һынап ҡараны.
  2. Тимур Сафин(29 йәш). Фехтование. Ул – Өфөләге Олимпия резервындағы 19-сы спорт балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе, шулай уҡ спорт профилле 5-се мәктәп-интернат тәрбиәләнеүсеһе. 2014 йылда Башҡорт физик культура институтын тамамлаған. Тимур – өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя, Европа чемпионаттары, Европа уйындары призеры. 2016 йылда Рио де Жанейрола үткәрелгән рапира буйынса команда ярыштарында – алтын, шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған. Уның Катарҙа үткәрелгән һайлау этаптарында ҡатнашыу мөмкинлеге булмаһа ла, Токиола уҙған олимпиадаға Рәсәй йыйылма командаһы сиктәрендәге өҫтәмә һайлауҙа юллама алыу бәхете тейгән.
  3. Алһыу Минәжева(ишкәкле слалом). Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майында шөғөлләнә башлаған. Республиканың байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Алһыу Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһаны. 2019 йылда донъя чемпионатында Олимпиадаға һайлап алынғайны. Ул каяк һәм каноэ дисциплиналарында ярышты. “Биш-һигеҙ йыл элек миңә Олимпия уйындарында ҡатнашыу тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Әлеге уңышым, әлбиттә, көсөргәнешле хеҙмәт, даими күнекмәләр, тренерҙарымдың, булышлыҡ ҡылған кешеләрҙең ярҙамы һөҙөмтәһе", - тип белдергәйне яҡташыбыҙ “Каякер.ру” сайтына биргән интервьюһына.
  4. Александр Сергеев(байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү) – Тверь өлкәһенән, 2013 йылдан Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионаттары беренселектәре, чемпионаттары чемпионы, призеры. Рәсәй өсөн ул байдаркалағы дүрт спортсы составында ҡатнашты. Тап уның составында Олимпиадала үҙ көсөн һынаны. Александр Тверь өлкәһендә спортсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уларҙың барыһы тиерлек байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү оҫталары. Мәҫәлән, олатаһы Александр Сергеев – СССР-ҙың, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Ул 1988 йылда легендар байдаркаларҙа сығыш яһаған Виктор Денисовты тәрбиәләгән.
  5. Варвара Баранова(байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү) Ульяновск өлкәһендә тыуып үҫкән, 2012 йылдан Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Уны Ульяновск өлкәһенән республикабыҙға күсеп килгән Константин Худык тәҡдиме буйынса алғандар.

Шулай итеп, ошондай мәртәбәле сарала бер түгел, биш спортсыбыҙҙың тыуған Башҡортостаныбыҙ исеменән сығыш яһауы  бик ҡыуаныслы күренешкә әйләнде. Был - республикабыҙҙа спортҡа етди һәм ҙур иғтибар бүленә тигән һүҙ.

Олимпиада уйындарында ҡатнашыу ғына ла үҙе – ҙур ҡаһарманлыҡ, ә унда ниндәй ҙә булһа миҙалға лайыҡ булыу – үҙе ҙур мәртәбә, ғорурлыҡ. Хәтерегеҙҙәлер, Рәсәй рапирасылары Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина һәм Марта Мартьянова Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында команда турниры ярымфиналында АҠШ спортсыларын еңде. Шулай итеп, рапирасы Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһы составында алтын миҙалды яуланы!

Йәнә Тимур Сафин Рәсәй йыйылма командаһында Антон Бородачев, Кирилл Бородачев, Владислав Мыльников менән бергә Токиолағы Олимпиадала икенсе булды: көмөш миҙал менән Өфөгә ҡайтты.

Әйткәндәй, был Олимпия уйындарында спортсыларға коронавирус инфекцияһы менән бәйле сикләүҙәр генә теркәлмәне. Хәтерегеҙҙәлер, Спорт арбитраж судында ҡаралған Бөтә донъя һәм Рәсәй допингҡа ҡаршы агентлыҡтарының эшенә ярашлы, илебеҙ спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагын һәм дәүләт гимнын ҡуллана алмай. Өҫтәүенә, XXXII йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары Рәсәй Олимпия комитеты булараҡ сығыш яһаны. Еңеү осрағы теркәлһә, Петр Чайковский­ҙың фортепиано менән оркестр өсөн 1-се концертынан фрагмент яңғыраны. Был, әлбиттә, еңел булманы, әммә спортсыларыбыҙ бирешмәне, һынатманы, барлыҡ көсөн һалып, ярыштарҙа ҡатнашты.

Фото: Олимпиада сайты.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас