Спорт һәм туризм
11 Август 2021, 10:40

Ике спортсы - Башҡортостандан

Башҡортостандан ике спортсы грек-рим көрәше буйынса юниорҙар араһында донъя чемпионатында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.

Ике спортсы - БашҡортостанданИке спортсы - Башҡортостандан
Ике спортсы - Башҡортостандан

Башҡортостандан ике спортсы грек-рим көрәше буйынса юниорҙар араһында донъя чемпионатында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.

10 августа Башҡортостандың Р. Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостандың грек-рим көрәше буйынса контроль ярыштары үткәрелде. Һөҙөмтәлә тренерҙар составы Өфөлә үткәреләсәк чемпионатта ҡатнашыусы спортсыларҙы раҫланы.

Ил йыйылма командаһы составына республикабыҙҙан Адлан Амриев менән Сәйед-Хөсәйен Бакаев инде. Шулай итеп, Рәсәйҙең йыйылма командаһында – Павел Белкин (55 килограмға тиклем), Денислам Баматов (60 килограмға тиклем), Сәйед-Хөсәйен Бакаев (63 килограмға тиклем), Имодаев Мөслим (67 килограмға тиклем), Евгений Байдусов (72 килограмға тиклем), Әмерхан Цечоев (82 килограмға тиклем), Адлан Амриев (87 килограмға тиклем), Алексей Милешин (97 килограмға тиклем), Армен Челокян (130 килограмға тиклем).

Грек-рим көрәше буйынса ярыштар теҙмәһе:

20.08., йома

11.00:15.00 — алдан алыштар: 55 кг, 63 кг, 77 кг, 87 кг, 130 кг.

16.45:17.45 — ярымфинал алыштары: 55 кг, 63 кг, 77 кг, 87 кг, 130 кг.

21.08., шәмбе

11.00:15.00 — алдан алыштар: 60 кг, 67 кг, 72 кг, 82 кг, 97 кг; осрашыуҙар: 55 кг, 63 кг, 77 кг, 87 кг, 130 кг.

17.15:18.00 — ярымфинал алыштары: 60 кг, 67 кг, 72 кг, 82 кг, 97 кг.

18.00:21.00 — финал алыштары: 55 кг, 63 кг, 77 кг, 87 кг, 130 кг.

22.08., йәкшәмбе

16.00:17.45 — алыштар: 60 кг, 67 кг, 72 кг, 82 кг, 97 кг.

18.00:20.30 — финал алыштары: 60 кг, 67 кг, 72 кг, 82 кг, 97 кг.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 августа “Өфө-Арена”ла 21 йәшкә тиклемге спортсылар араһында көрәш буйынса донъя чемпионаты башлана.

Фото: Рәсәйҙең Спорт көрәше буйынса федерацияһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас