

“Өфө-Арена” спорт көрәше буйынса юниорҙар донъя чемпионатын үткәреүгә әҙер.
“Өфө-Арена”ның универсаль спорт аренаһында йәш спортсылар араһында донъя чемпионатын үткәреүгә әҙерлек эштәре тамамланған. Иртәгә, 13 августа, спортсылар ярыша башлаясаҡ.
Бер нисә көн эсендә “Өфө-Арена”ла сәхнәне, экрандарҙы, яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдарын һәм башҡаларҙы әҙерләнеләр.
– Һигеҙ көн тирәһе майҙансыҡты әҙерләнек. Бының өсөн тотош бер команда белгестәребеҙ бар, – ти юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының техник директоры Альберт Йыһангиров. – Сараға әҙерлек буйынса планды ентекле әҙерләнек, барыһын да сәғәте менән, эҙмә-эҙлекле яҙҙыҡ. Әҙерлек ваҡытында ҡатмарлылыҡтар һәр саҡ була, әммә барлыҡ хеҙмәттәр белгестәренең һәм техник подрядсыларҙың көйлө эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөтәһен дә бик тиҙ атҡарабыҙ.
Иртәгә “Өфө-Арена”ла грэпплинг буйынса беренсе алыштар башлана. 14 августа иһә спортсылар грэпплинг-ги буйынса көс алышасаҡ. 16 августан 22 авгусҡа тиклем ирекле, грек-рим һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса ярыштар буласаҡ.
Фото: Спорт министрлығы сайтынан.