

Юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма команда составында 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Башҡортостандан Карина Мырҙабаева беренсе урын яуланы. Спортсыбыҙҙы республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡалар ҡотланы.
Карина Мырҙабаева – Волга буйы федераль округы беренселегендә (2019, 2020, 2021 йылдар), Рәсәй беренселегендә (2019, 2021 йылдар) еңеүсе булғайны. Бынан тыш, 2019 йылда яҡташыбыҙ донъя беренселегендә ике тапҡыр приз яуланы.
Карина Мырҙабаеваның тренерҙары – Әлфиә Әлимғужина һәм Яна Беликова.
– Мин донъя чемпионатында ҡатнашып, бронза миҙал яулағайным. Был юлы юғарыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшкем килә, – тигәйне сара алдынан Карина. Шулай итеп, спортсыбыҙҙың уй-хыялы тормошҡа ашты. Беҙ уны ҡотлайбыҙ һәм тағы уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй, иртәгә Башҡортостандан спортсылар Аделина Мырҙабаева менән Валерия Давыдова грэпплинг-ги буйынса көс һынашасаҡ. 14 августа шулай уҡ республикабыҙҙан 46 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә кадеттар араһында Эмиль Исламғолов һәм 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә юниорҙар араһында Низам Иҙрисов ярышасаҡ. Республикабыҙ спортсыларына үҙебеҙҙә үткәрелгән донъя чемпионатында уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.