

Бөгөн Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты башланды. Беренсе дисциплинала – грэпплингта – Башҡортостандан биш спортсы сығыш яһай. Уларҙың өсәүһе – гүзәл зат вәкилдәре. Спортсыларҙың тренеры Әлфиә Әлимғужина әҙерлек этаптары, үҙе, грэпплингтың гүзәл зат вәкилдәренә нимә биреүе хаҡында һөйләгән.
2007 йылда Әлиә Әлимғужина билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булғайны, артабан ул ял итте һәм бер нисә йылдан һуң ҙур спортҡа тренер сифатында кире ҡайтты. Өфөләге юниорҙар чемпионатына ул Яна Беликова менән берлектә грэпплинг дисциплинаһы буйынса өс спортсыны әҙерләгән.
– 2017 йылдан апалы-һеңлеле Карина менән Аделина Мырҙабаевалар, шулай уҡ Валерия Давыдова менән күнекмәләр яһай башланым. Ҡайһы бер ярыштарҙа улар барлыҡ старттарҙы ла тыныс ҡына үтһә, икенсеһендә тулҡынланалар, – ти тренер. – Уларҙы күҙәтәм: барыһы ла яҡшы тип әйтәләр, ә үҙҙәрендә шик-шөбһә булыуы ихтимал. Күп кенә ярыштарҙы үткәрҙек һәм быныһының финал һыҙығы икәнлеген аңлайым. Шуға хәҙер беҙҙә ҡурҡыу булырға тейеш түгел. Өфөлә тәжрибәле тренерҙар менән эшләнек һәм ҡыҙҙарҙа психологик ныҡлыҡ бар, улар барыһын да эшләй аласаҡ, тигән ышаныстамын.
Фото: Спорт министрлығы.