

Токиола йәйге Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында стадион таблоһында ҙур хәрефтәр менән “аригато” тип яҙылғайны. Был бөтәһенә лә – барлыҡ көсөн һалып, үҙ иле өсөн тырышҡан спортсыларға, ошо сараларҙы яҡтыртҡан журналистарға, коронавирус пандемияһы сәбәпле ярыштарҙы телевизор аша ғына күҙәткән көйәрмәндәргә рәхмәт белдереү ине. Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәре, әлбиттә, ошо спорт сараһын үткәргән Японияға ҡарата әйтелде. Халыҡ-ара Олимпия комитеты президенты Томас Бах та был ил етәкселегенә, халҡына пандемия шарттарында сараны ойошторғандары өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе.
Бер нәмә лә кәртә була алманы
“Әлеге ауыр ваҡытта тотош донъяға ышаныс бүләк итәһегеҙ. Пандемия башланғандан алып донъя беренсе тапҡыр берләште. Планетаның барлыҡ кешеләрендә йылы хис-тойғолар, өмөт уянды, – тине Томас Бах. – Барлыҡ атлеттар исеменән Японияға рәхмәт белдерәбеҙ. Ирекмәндәргә лә рәхмәт”.
Халыҡ-ара Олимпия комитеты президенты был Уйындарҙың быға тиклемгеләренә оҡшаш булмауын белдерҙе.
“Халыҡ-ара Олимпия комитеты һәм япон дуҫтар уйындарҙы ойоштороуға күп көс һалды. Ғәжәйеп тарихи ваҡиға был. Япония Хөкүмәтенә бурыстарына тоғро ҡалғаны өсөн рәхмәт белдерәм. Ойоштороу комитетына ла рәхмәт һүҙҙәремде әйтәм”, – тине Томас Бах.
Шулай итеп, планлаштырылған ваҡыттан бер йылға һуңлабыраҡ булһа ла, тотош донъяға аңлатып бөтмәҫлек хис-тойғо бүләк ителде.
...Йәшерен-батырыны юҡ, Токиола йәйге Олимпия уйындарының үткәрелеренә баштан уҡ шик менән ҡараныҡ. Быға, әлбиттә, төрлө сәбәптәр булды. Беренсенән, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәр шикләнергә мәжбүр итте. Икенсенән, Рәсәй спортсыларын Олимпия уйындарынан ситләтергә тырышҡан Халыҡ-ара допингка ҡаршы агентлыҡ менән бер нисә йыл буйы барған судлашыу уйға һалды. Хоҡуҡи дәғүәләр былтыр декабрҙә генә тамамланды.
Шуныһы күңелгә ҡыуаныс өҫтәне: Спорт арбитраж суды Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлығының “Рәсәй спортсыларын Олимпия уйындарынан ситләтергә” тигән талабын кире ҡаҡты. Тик илебеҙ спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагын, дәүләт гимнын, башҡа символиканы, “Рәсәй йыйылма командаһы” һүҙҙәрен ҡуллана алмай. Өҫтәүенә, XXXII йәйге Олимпия уйындарында беҙҙекеләрҙең еңеүе теркәлгәндә Рәсәй гимны урынына Петр Чайковскийҙың фортепиано менән оркестр өсөн 1-се концертынан фрагменттар яңғыраны.
Ғөмүмән, спортсыларыбыҙ үҙен лайыҡлы тотто, психологик көсөргәнешкә бирешмәне. Халыҡ-ара Олимпия комитеты һәм сараны ойоштороусылар тарафынан уларға ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә булманы.
“Таҙа” ярыштылар
Ярыштар башланғас, үрҙә әйтелгән барлыҡ шик-шөбһә юҡҡа сыҡты. Шулай итеп, Токиола 339 комплект миҙал уйнатылды. Илебеҙ спортсылары командаһы 20 алтын, 28 көмөш, 23 бронза миҙал яуланы һәм дөйөм иҫәптә бишенсе урынға өлгәште. Беренсе урынды – АҠШ (39 – 41 – 33), икенсе урынды – Ҡытай (38 – 32 – 18), өсөнсө урынды – Япония (27 – 14 – 17), дүртенсе урынды Бөйөк Британия (22 – 21 – 22) яуланы.
Шуны әйтергә кәрәк: сара барышында “Рәсәй допингы” тигән һүҙҙәр оппоненттарыбыҙға тынғылыҡ бирмәне. Тик уларға бәйләнерлек урын ҡалманы: Токиола үткәрелгән йәйге Олимпиадала спортсыларыбыҙ “таҙа” уйнаны, рөхсәт ителмәгән препараттар ҡулланыуҙары теркәлмәне.
Бынан тыш, спортсылар коронавирус инфекцияһына тест-анализды йыш бирҙе. Үкенескә ҡаршы, илебеҙ командаһынан каратэ буйынса спортсы Анастасия Чернышевала вирус барлығы асыҡланды. Был, әлбиттә, уның өсөн көтөлмәгән хәлгә әйләнде. Шулай ҙа командала инфекцияның таралыуына юл ҡуйылманы. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, Грецияның синхронлы йөҙөү буйынса командаһы, инфекцияның таралыуы сәбәпле, уйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелде.
Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындары тураһында дөйөмләштереп, спортсыларыбыҙ ярыштарҙа бирешмәне, уңышлы сығыш яһаны, тип әйтә алабыҙ. Улар тарихта беренсе тапҡыр алтын миҙалдар иҫәбе буйынса бишенсе урынды яуланы. Бер уйлаһаң, художестволы гимнастика буйынса сығыштарҙа бәхәстәр теркәлмәһә, дүртенсе урынға ла сығыр инек. Дөйөм миҙалдар һанына килгәндә, улар – 71. Был – һуңғы өс Олимпиадала илебеҙ өсөн бик яҡшы һөҙөмтә. Әйткәндәй, Рио-де-Жанейрола үткәрелгәнендә барлығы 56 награда яуланғайны.
Быйылғы ярыштарҙа Мария Ласицкене, илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары – спорт гимнастикаһы буйынса команда күпбәйгеһендә, синхронлы йөҙөүселәребеҙ – дуэт һәм төркөм ярыштарында, боксер Альберт Батырғазиев, ҡылыста һәм рапирала фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, ҡылыс менән ярыштарҙа София Позднякова, уҡсы Виталина Бацарашкина, йөҙөүсе Евгений Рылов, тхэквондола Владислав Ларин, Максим Храмцов, тенниста Андрей Рублев, Анастасия Павлюченкова, ирекле стиль буйынса көрәшселәр Заур Угуев, Заурбек Сидаков һәм Абдулрәшид Садулаев, классик стиль буйынса көрәшсе Муса Евлоев алтын миҙалға лайыҡ булды.
Әйткәндәй, 25 йыл үткәс, Евгений Рылов йөҙөүҙә илебеҙ өсөн бер түгел, ике алтын миҙал яуланы. Өҫтәүенә, ул бесәй төшөрөлгән битлеге менән көйәрмәндәр хәтерендә ҡалды. Тхэквондо буйынса илебеҙ спортсылары дүрт миҙал яуланы! Был спорт төрөндә Максим Храмцов илебеҙ спорты тарихында беренсе тапҡыр 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙалға лайыҡ булды! Владислав Ларин 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында – алтын, Татьяна Минина 57 киограмға тиклемге ауырлыҡта – көмөш, Михаил Артамонов 58 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә бронза миҙал яуланы. Тағы 17 йыл эсендә беренсе тапҡыр академик ишеү буйынса Елена Орябинская һәм Василиса Степанова Тыуған илебеҙгә көмөш миҙал килтерҙе. Шулай итеп, илебеҙҙән барған һәр спортсы геройға әүерелде.
Рәсәй спортсылары Токиолағы Милли стадионда барған йәйге Олимпиаданы ябыу тантанаһында ҡатнашты. Парад делегацияларҙың әләм тотоусылары сығышынан башланды. Рәсәй командаһынан вәкил ирекле стиль буйынса көрәшсе Абдулрәшид Садулаев ине. Спортсы 97 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яулағайны. Шулай итеп, ул ике тапҡыр Олимпия чемпионы тип танылды.
Башҡортостан исеменән сығыш яһанылар
Японияла үткәрелгән уйындарҙа республикабыҙҙан биш спортсының көс һынашыуы Башҡортостан өсөн ҙур ғорурлыҡ булды. Рәсәйҙең йыйылма командаһында республикабыҙҙан түбәндәге спортсылар бар ине.
Рәсәй рапирасылары Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина һәм Марта Мартьянова Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында команда турниры ярымфиналында АҠШ спортсыларын еңде. Шулай итеп, рапирасы Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһы составында алтын миҙал яуланы!
Йәнә Тимур Сафин Рәсәй йыйылма командаһында Антон Бородачев, Кирилл Бородачев, Владислав Мыльников менән бергә Токиолағы Олимпиадала икенсе булды: Өфөгә көмөш миҙал менән ҡайтты.
* * *
ХХХII йәйге Олимпия уйындары тарихта ҡалды. Тик спортсылар, сара тамамланды, тип тынысланып ҡалмаясаҡ, улар бөгөндән үк киләһе спорт сараларында ҡатнашыу, призлы урындар яулау өсөн ныҡышмалы әҙерлек алып бара.
- Айһылыу НИЗАМОВА.