Спорт һәм туризм
14 Август 2021, 10:30

Бер түгел, ике миҙал яуланы!

Рәсәй йыйылма командаһында сығыш яһаған Улана Ходжинова Өфөнө һәм Башҡортостанды ныҡ оҡшатҡан.

Бер түгел, ике миҙал яуланы!Бер түгел, ике миҙал яуланы!
Бер түгел, ике миҙал яуланы!

Рәсәй йыйылма командаһында сығыш яһаған Улана Ходжинова – Ҡалмыҡстандың Элиста ҡалаһынан. Ул үҙенең беренсе тапҡыр Өфөгә килеүе, бындағы тәбиғәттең оҡшауы хаҡында белдерҙе.

"Беҙҙә – далалар, бында – урмандар. "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында туҡталдыҡ. Унда ла, бында ла, ғөмүмән, тотош мөхит оҡшай", – тине спортсы ҡыҙ.
Улана бөгөн һәм кисә йәмғеһе ике миҙал яуланы. Кисә ул грэпплингта беренсе булды, бөгөн грэпплинг-ги буйынса ярыштарҙа икенсе урынға сыҡты.

"Ярыштарҙа ҡатнашыуым һәм алтын, көмөш миҙалдар алыуым өсөн шатмын", – тип белдерҙе Улана. Ул үрҙә әйтелгән спорт төрҙәре менән өс йыл элек, атаһы һәм ағайҙарынан күреп, шөғөлләнә башлаған.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас