

Грэпплинг-ги, спорттың яңы төрө булһа ла, илебеҙҙә киң үҫеш алған. Рәсәйҙең көньяғында, Дағстанда ла, уның менән шөғөлләнеүселәр күп. Был республиканың грэпплинг һәм грэпплинг-ги мәктәптәре илдә иң яҡшылар иҫәбендә.
Ярыштарҙа Дағстан спортсылары үҙҙәренең яугир холоҡло булыуы менән һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шуға уларҙың илебеҙ командаһында күп булыуына һис аптырайһы түгел.
Өфөлә барған спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Дағстандан тренер Пахруддин Магомедрасулев был сара, республикабыҙ хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. "Донъя чемпионатында республикабыҙҙан күп кенә спортсы ҡатнаша. Үҙемә ирекле көрәш һәм грэпплинг оҡшай", – тине ул.
Әйткәндәй, Пахруддин Магомедрасулев үҙенең беренсе тапҡыр Өфөгә килеүе һәм уны оҡшатыуы хаҡында белдерҙе. "Банкаларға һалынған өс төрлө башҡорт балын бүләк иттеләр. Кисә йүкәнән йыйылғанын тәмләп ҡараным. Бик оҡшаны", – тине Дағстан тренеры.
Автор фотоһы.