Спорт һәм туризм
14 Август 2021, 08:30

Рәсәй гимны 23 тапҡыр яңғыраны

Өфөлә барған спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының беренсе көнөндә Рәсәй командаһы шул хәтлем алтын миҙал яуланы.

Рәсәй гимны 23 тапҡыр яңғыраныРәсәй гимны 23 тапҡыр яңғыраны
Рәсәй гимны 23 тапҡыр яңғыраны

Өфөлә барған спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының беренсе көнөндә Рәсәй гимны 23 тапҡыр яңғыраны, сөнки 13 августа беҙҙең ил спортсылары 23 алтын миҙал яуланы.

Көндөң тәүге яртыһында балаҫтарҙа кадеттар грэпплинг буйынса көс һынашһа, төштән һуң юниорҙар алышҡа сыҡты.

Кадеттар бүлегендә Рәсәй спортсылары түбәндәге ауырлыҡ үлсәмдәрендә беренсе урын яуланы: Вячеслав Шкодкин (39 – 42 килограмм), Мөхәммәд Османов (46), Али Казимов (50), Степан Зубков (54), Мөхәммәд Закиров (58), Гамид Хиясов (110), Карина Мырҙабаева (43), Ульяна Ходжинова (46), Елена Ефремова (52), Алина Копейкина (65), Александра Племяшова (90).

Юниорҙар араһында: Хәбиб Атлуев (58), Исмаил Кадиев (62), Ислам Бочкаев (66), Рәсүл Абдулвадулов (71), Магомедмухтар Гусенов (84), Судим Ходжалиев (92), Шахсолтан Алакае (130), Аделина Мырҙабаева (53), Валентина Павлова (64), Анна Ершова (71), Ангелина Леонидова (90 килограмм).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн грэпплинг-ги буйынса ярыштар бара. Донъя чемпионаты миҙалдары өсөн кадеттар араһында – Эмиль Исламғолов (46), Карина Мырҙабаева (43), юниорҙар араһында Аделина Мырҙабаева (53), Валерия Давыдова (49) һәм Низам Иҙрисов (62 килограмм) ярыша.

 


Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас