Спорт һәм туризм
14 Август 2021, 08:50

Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы

"Минең хыялым бар – һәр малай һәм ҡыҙ, өлкән һәм оло кеше спорт менән шөғөлләнә алырлыҡ итеп эшләргә. Үҙенә оҡшаған спорт төрө менән..."

Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланыРеспублика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы

Бөгөн – Физкультурниктар көнө. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ спорт һөйөүселәрен, спортсыларҙы, тренерҙарҙы ҡотланы. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙған:

“Минең хыялым бар – һәр малай һәм ҡыҙ, өлкән һәм оло кеше спорт менән шөғөлләнә алырлыҡ итеп эшләргә. Үҙенә оҡшаған спорт төрө менән. Залдар һәм майҙансыҡтар яҡын һәм һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ булһын. Шуға ла беҙҙең төп бурыс – яңы объекттар төҙөргә, кәрәк булғандарына ярҙам итергә һәм ремонтларға, уларҙы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырырға.

Тиҙҙән Өфөлә Гимнастика үҙәге төҙөлөшөн тамамлайбыҙ, Көрәш һарайын һалырға тотонабыҙ. Волейбол үҙәген планлаштырҙыҡ.

Йыл аҙағына “Ҡашҡаҙан” паркын файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ, унда спорт менән шөғөлләнергә, ял итергә һәм йәйәү йөрөп кинәнергә мөмкин буласаҡ. “Беренсе май” паркында бының өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылды. Сипайловола “Ҡоштар” паркын башланыҡ, уның проектында ла спорт майҙансыҡтары бар.

Һәм шундай урындар Өфөлә артасаҡ ҡына.

Ә бөгөн – Физкультурниктар көнө, байрам. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, ул һаулыҡты һәм рухты нығыта. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым!”

 

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге диуарынан.

Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Республика Башлығы физкультурниктарҙы ҡотланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас