Спорт һәм туризм
14 Август 2021, 17:30

Өс ҡыҙыбыҙ өс миҙал яуланы

Бөгөн “Өфө-Арена”ла барған спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Стәрлетамаҡ ҡыҙҙары бик уңышлы сығыш яһаны.

Өс ҡыҙыбыҙ өс миҙал яуланыӨс ҡыҙыбыҙ өс миҙал яуланы
Өс ҡыҙыбыҙ өс миҙал яуланы

“Өфө-Арена”ла барған донъя чемпионатының грэпплинг-ги буйынса ярыштарында Стәрлетамаҡ ҡыҙҙары өс миҙал яуланы.

Ағымдағы көн дә, кисәге кеүек, 18 йәшлек Аделина менән 16 йәшлек Карина Мырҙабаевалар өсөн уңышлы булды. Карина – 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә, Аделина 53 килограмға тиклемгеләр араһында еңеүгә өлгәште. Шуныһы үҙенсәлекле: Карина икенсе көн рәттән, үҙенең категорияһы буйынса башҡа дәғүәсе табылмау сәбәпле, балаҫҡа ярышырға сыҡмайынса ғына алтын миҙал эйәһе булды.

Ә бына 18 йәшлек Валерия Давыдова өсөнсө урынға сыҡты. Испаниянан Марина Гаррай Гарсия һәм ватандашыбыҙ Мария Коблова тәүге урындарҙы бүлеште.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙәр араһында 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаған Низам Иҙрисов ярымфиналға сыға алманы. 46 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаған яҡташыбыҙ Эмиль Исламғоловҡа ла бөгөн уңыш тәтемәне.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас