

Өфө рестораторы Элио Капиэлло Италияның грэпплинг буйынса юниорҙар йыйылма командаһын Башҡортостан пиццаһын тәмләп ҡарау өсөн үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған.
Элио Өфөгә туғыҙ йыл элек Италияның Турин ҡалаһынан килгән һәм ҡатыны менән пиццерия асҡан. Хәҙер инде өс рестораны бар һәм уларҙы күптәр белә.
Италияның грэпплинг буйынса йыйылма командаһы сығыш яһағас, Элио Каппиэлло яҡташтарына пицца менән һыйланыу өсөн ҡунаҡҡа килергә тәҡдим иткән. Тыуған илдәре хаҡында һөйләшкәндә өфөләрҙең ҡунаҡсыллығын, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең матурлығын да билдәләгән итальяндар. Элио үҙ миҫалында йәш көрәшселәрҙе спортта һәм тормошта яңы еңеүҙәргә саҡырған. Әйткәндәй, йәш итальяндар дүрт миҙал – бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза – яуланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә үткәрелгән чемпионатта донъяның 54 иленән 1500-ҙән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынашасаҡ.
Фото: Спорт министрлығы.