

Башҡортостандан 14 спортсы Токиола үткәреләсәк Паралимпия уйындарында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
24 августан 5 сентябргә тиклем Токиола Паралимпия уйындары уҙғарыласаҡ. Унда республикабыҙҙан Аделина Рәзетдинова, Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Артур Сәйфетдинов (йөҙөү), Григорий Андреев, Сергей Петриченко, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова (еңел атлетика), Елена Прокофьева һәм Дмитрий Лавров (өҫтәл теннисы), Альберт Камалов һәм Никита Нагаев (фехтование) ҡатнашасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй спортсылары Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһаны. Улар, төрлө сикләүҙәр булһа ла, Рио-де-Жанейрола үткәрелгән Олимпия уйындары һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, күберәк алтын миҙал яулай алды.
Фото: news.myseldon.com