Спорт һәм туризм
16 Август 2021, 10:15

Илебеҙ спортсыларына уңыштар теләйек!

Әле Өфөләге “Спорт-Арена”ла юниорҙарҙың донъя чемпионаты бара: төрлө илдәрҙең спортсылары ирекле көрәш буйынса көс һынаша.

Илебеҙ спортсыларына уңыштар теләйек!Илебеҙ спортсыларына уңыштар теләйек!
Илебеҙ спортсыларына уңыштар теләйек!

Өфөләге “Спорт-Арена”ла юниорҙарҙың донъя чемпионаты дауам итә: төрлө илдәрҙең спортсылары ирекле көрәш буйынса көс һынаша.

Бөгөн “Өфө-Арена”лағы дүрт көрәш балаҫында Рәсәй командаһы составында Рамазан Багавутдинов (57), Федор Балтуев (61), Шамил Мамедов (65), Станислав Саинобоев (70), Илдар Хатанов (74), Алик Бадтиев (79), Ислам Картоев (86), Иван Кириллов (92), Сослан Джагаев (97), Андрей Бестаев (125 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы) үҙ көсөн һынай. Үкенескә ҡаршы, республикабыҙҙан спорт көрәшенең был төрөндә ҡатнашыусылар юҡ. Илебеҙ спортсылары өсөн борсолабыҙ һәм уларға уңыштар теләйбеҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ирекле көрәш – йәйге Олимпия уйындарына ҡараған спорт көрәше төрө. Уның буйынса ярыштар 16 – 20 августа үткәрелһә, 20 – 22 августа грек-рим көрәше буйынса ярышасаҡтар.

Башҡортостандан Адлан Амриев менән Сәйед-Хөсәйен Бакаев юниорҙарҙың донъя чемпионатында республикабыҙ исеменән грек-рим көрәше буйынса сығыш яһаясаҡ.

Юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса чемпионат – 2024 йылда Парижда үткәреләсәк йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашырға тейеш спортсыларыбыҙҙы ҡарауҙың тәүге этабы. Үҙенә күрә – Өфөнән Парижға трамплин.

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас