Спорт һәм туризм
16 Август 2021, 17:50

Иртәгә ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡ

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында донъя чемпионатының Олимпия төрҙәренә ҡараған ирекле көрәш буйынса ярыштарҙың беренсе көнө тамамланды.

Иртәгә ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡИртәгә ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡ
Иртәгә ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡ

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында донъя чемпионатының Олимпия төрҙәренә ҡараған ирекле көрәш буйынса ярыштарҙың беренсе көнө тамамланды.

 

Спортсылар биш ауырлыҡ категорияһында көс һынашты һәм финалға сыҡты. Шулай итеп, иртәгә Рәсәй командаһынан ике көрәшсе финал ярыштарында көс һынашасаҡ. Рамазан Багавудинов 57 килограмм ауырлыҡ категорияһында Азербайжандан Нураддин Новрузовты 7:0 иҫәбе менән еңде. Илебеҙ спортсыһы финалда Төркиәнән Мөхәммәт Каравус менән беренселек өсөн алышасаҡ.

 

Рәсәй командаһынан тағы бер көрәшсе Шамил Мамедов 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында Ирандан Саидхассан Эбадимерметины 14:8 иҫәбе менән еңде. Ул финалда Азербайжандан Зирраддин Байрамов менән көс һынашасаҡ.

 

Рәсәй йыйылма командаһынан 70 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Станислав Свинобоев Молдавиянан Станислав Новак менән көрәш балаҫында осрашасаҡ.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелһә, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20-22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ. Шулай итеп, ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.

 

Өфө донъяның иң көслө спортсыларын йыйҙы һәм беҙ был чемпионатта өс йылдан һуң Париждағы йәйге Олимпия уйындарында “йондоҙ” булып балҡыясаҡ спортсыларҙы күрәсәкбеҙ.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас