Спорт һәм туризм
16 Август 2021, 08:30

Өйҙәрендәге кеүек...

Өфөгә донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн Белоруссия спортсылары ла килде.

Өйҙәрендәге кеүек...Өйҙәрендәге кеүек...
Өйҙәрендәге кеүек...

Бөгөн төндә Белоруссия спортсылары ла Өфөгә килде. Уларға юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында үҙ иленең намыҫын яҡларға кәрәк.

Аэропортта делегацияны “Сябры” фольклор ансамбле ағзалары өйҙәрендәге кеүек икмәк, тоҙ менән көтә ине. Артистар – Иглин районының Балтика ауылынан (унда ете мең тирәһе белорус йәшәй). Ансамбль спортсыларға туған телендә йыр һәм карауай бүләк итте, тип хәбәр итә Евгений Соколов.

Өфө тиктокерҙары спортсыларға бешкән картуфты тәмләп ҡарарға тәҡдим итте. Ҡыҙығы шунда: бер кәстрүлдә – Саҡмағош картуфы, икенсеһендә Белоруссия бульбаһы ине. Спортсыларға ҡайҙа ниндәй картуф ятҡанлығын асыҡларға тура килде. Улар, оҙаҡ ҡына икеләнеп, һайлағандан һуң барыбер яңылышты.

Белорус спортсыларынан Александра Булова ирекле көрәш менән ете йыл шөғөлләнеүе, энергияһы күп булғас, әсәһенең спортҡа алып килеүе хаҡында һөйләне. Ул 19 августа 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында көс һынашасаҡ.

Әйткәндәй, ошо ҡыҙ ғына картуфтарҙы тәмләп ҡарамаған.

 

Фото: Евгений Соколов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас