Спорт һәм туризм
17 Август 2021, 04:00

“Башҡортостанда спорт көрәше йолалары көслө...”

Радий Хәбиров Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты беренселегенең маҡтаулы ҡунаҡтары менән осрашты.

“Башҡортостанда спорт көрәше йолалары көслө...”“Башҡортостанда спорт көрәше йолалары көслө...”
“Башҡортостанда спорт көрәше йолалары көслө...”

Кисә, 16 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты беренселегенең маҡтаулы ҡунаҡтары менән осрашты.

 

Шуны билдәләргә кәрәк, был ҡатнашыусылары һәм ойоштороусылары коронавирус инфекцияһынан вакцинациялауҙың тулы курсын үткән беренсе ҙур сараға әйләнде.

 

 – Ниһайәт, ошондай ҙур, сағыу спорт сараһының илебеҙҙә үткәрелеүенә өлгәштек,  – тине Радий Хәбиров. – Ике йыл буйы көрәш буйынса донъя чемпионаты ойошторолманы. Башҡортостандың уны үткәреү урынына әүерелеүе – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ. Беҙ 55 илдән бер мең атлет менән осрашыуға оҙаҡ, ныҡлы әҙерләндек.

 

Башҡортостан Башлығы республикала спорт көрәшенә айырыуса иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләне – 3,5 меңдән ашыу бала 62 мәктәптә спорттың был төрө менән шөғөлләнә.

 

 – Беҙ күп төҙөйбөҙ: Өфөлә гимнастика үҙәген, футбол манежын төҙөүҙе тамамлайбыҙ, Спорт көрәше үҙәген күтәреүгә тотонасаҡбыҙ, волейбол үҙәге проектын әҙерләнек һәм фехтование һарайын төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Бындай спорт объекттары – атлеттарыбыҙға хөрмәт,  – тине Радий Хәбиров. – Быйыл ике боҙ стадионы төҙөйбөҙ, 2024 йылға 16 район үҙәгендә бассейн асасаҡбыҙ. Был ҡоролмалар мөһим, сөнки Башҡортостанда йәшәүселәр сәләмәт тормош алып барыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү яҡлы.

 

Берләшкән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара Олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович Өфөлә донъя беренселеген ойоштороуға ҙур баһа бирҙе.

 

 – Беренсе тапҡыр Рәсәйҙә планета кимәлендәге масштаблы турнир үткәрелә. Был тиккә түгел, сөнки Башҡортостанда спорт көрәше йолалары көслө, – тине Ненад Лалович.

 

Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов Башҡортостандағы өс мең көрәшсенең яртыһының спорт разряды барлығы хаҡында әйтте.

 

- Был республикалағы спортсылар әҙерлегенең юғары сифатлы кимәле хаҡында һөйләй, – тине Алексей Морозов. – 12 башҡорт спортсыһы илдең милли йыйылма командаһына ҡарай. Уларҙың әҙерлеге менән 65 юғары класлы тренер мәшғүл. Һәм әлеге беренселек – үҙебеҙҙә көрәштең иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнеүҙең шәп мөмкинлеге. Был – һәр тренер өсөн ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ тәжрибә.

 

Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Өфөләге юниорҙар араһындағы беренселектең үҙенсәлектәре хаҡында әйтте.

 

– Бөгөн Өфөлә сығыш яһаған спортсылар өс йылдан Париждағы Олимпиадала үҙҙәренең милли йыйылма командаһы намыҫын яҡлаясаҡ. Беҙ хәҙер үк буласаҡ чемпиондарҙы күрә алабыҙ, - тине Михаил Мамиашвили. – Башҡортостанға килгәндә, совет осоронан алып бында ҡеүәтле көрәш мәктәбе бар. Билдәле тренер Владимир Борман әллә күпме чемпион һәм призлы урындарҙы яулаған спортсыларҙы тәрбиәләне. Һәм бөгөн Радий Фәрит улы Хәбировтың мәктәптәрҙә көрәштең булдырыуы – бик мөһим һәм ҙур мәғәнәгә эйә.

 

Рәсәй йыйылма командаларын спорт әҙерләүе үҙәге директоры, Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының күҙәтеү советы рәйесе урынбаҫары Георгий Брюсов беренселектең йәш спортсылар өсөн айырыуса мәғәнәгә эйә икәнлеге хаҡында әйтте. Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Салауат ҡалаһынан Наталья Ярыгина ярыштарға юғары әҙерлек тураһында һөйләне.

 

 – Әгәр юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя беренселегенән һуң спорт залдарыбыҙға күберәк балалар һәм йәштәр бара икән, республикала үҙебеҙ алдында ҡуйылған мәсьәләнең үтәлгән тип иҫәпләй алам, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас