

Бөгөн “Өфө-Арена”ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович, Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Рәсәй Геройы, күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы, өс тапҡыр грек-рим көрәше буйынса Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин журналистар менән матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сарала шулай уҡ Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов һәм башҡалар ҡатнашты.
- Башҡортостандың чемпионатты үткәреү урынына әүерелеүе – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ. Республикабыҙға ошондай ышаныс белдергәне өсөн Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лаловичҡа рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Был – байрам, уны оҙаҡ көттөк. Ике йыл буйы көрәш буйынса донъя чемпионаты ойошторолманы. Беҙ был осрашыуға оҙаҡ, ныҡлы әҙерләндек.
Башҡортостан Башлығы республикала спорт көрәшенә айырыуса иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, 3,5 меңдән ашыу бала 62 мәктәптә спорттың был төрө менән шөғөлләнә.
Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара Олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович Өфөлә донъя беренселеген ойоштороуға ҙур баһа бирҙе.
Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили республикабыҙҙа спортҡа етди иғтибар бүленеүе хаҡында әйтте.
Әйткәндәй, 12 башҡорт спортсыһы илдең милли йыйылма командаһына ҡарай. Уларҙың әҙерлеге менән 65 юғары класлы тренер мәшғүл.
– Бөгөн Өфөлә сығыш яһаған спортсылар өс йылдан Париждағы Олимпиадала үҙҙәренең милли йыйылма командаһы намыҫын яҡлаясаҡ. Беҙ хәҙер үк буласаҡ чемпиондарҙы күрә алабыҙ, - тине Михаил Мамиашвили. – Башҡортостанға килгәндә, совет осоронан алып бында ҡеүәтле көрәш мәктәбе бар. Билдәле тренер Владимир Борман әллә күпме чемпион һәм призлы урындарҙы яулаған спортсыларҙы тәрбиәләне.
Михаил Мамиашвили шулай уҡ: “Бында көрәш буйынса көслө йолалар һәм етди ҡыҙыҡһыныу. Иң мөһиме – балаларҙың спорт залдарына йөрөргә теләүе. Башҡортостан Рәсәйҙә – авангардта. Өҫтәүенә, республикала тренерҙарға, остаздарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Улар иһә үҙ тәжрибәһе һәм белеме менән баланы теге йәки был спорт төрөнә ылыҡтыра, яуаплы булырға өйрәтә”, - тине.
Рәсәй йыйылма командаларын спорт әҙерлеге үҙәге директоры, Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының күҙәтеү советы рәйесе урынбаҫары Георгий Брюсов беренселектең йәш спортсылар өсөн айырыуса мәғәнәгә эйә икәнлеге хаҡында әйтте.
Александр Карелин был сараның үткәрелеүе имтиханды биреү кеүек икәнлеге, уны ойоштороу өсөн Рәсәйҙәге Башҡортостанда мөмкинлектәр табылыуы һәм башҡалар тураһында һөйләне.
Сарала журналистарҙың һорауҙарына тулы яуаптар бирелде. Һүҙ Өфөлә төҙөлгән Көрәш һарайы, уның донъя кимәлендәге саралар үткәреләсәк урынға әйләнеүе, “Ауыл тренеры” программаһы һәм башҡалар хаҡында барҙы.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.