Спорт һәм туризм
17 Август 2021, 13:30

Бында әллә күпме көрәшсе тәрбиәләнгән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович спорт көрәше буйынса Олимпия резервы мәктәбенә барҙы.

Бында әллә күпме көрәшсе тәрбиәләнгәнБында әллә күпме көрәшсе тәрбиәләнгән
Бында әллә күпме көрәшсе тәрбиәләнгән

17 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының абруйлы ҡунаҡтары менән берлектә спорт көрәше буйынса Олимпия резервы мәктәбендә булды.

Төбәк етәксеһе һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты йәш көрәшселәр шөғөлләнгән шарттарҙы, даны күптәргә билдәле Фәдис менән Фәнис Вәлитовтар үткәргән күнекмәләрҙе ҡараны, шулай уҡ тренерҙарҙы һәм тәрбиәләнеүселәрҙе юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты башланыуы менән ҡотланы.

– Был мәктәп – республикбыҙҙа спорт менән шөғөлләнгәндәр өсөн легендар, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ урын. Унда СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Алексеевич Борман йөҙләгән көрәшсене тәрбиәләгән. Ошо балаҫта унлаған спортсыбыҙ СССР, Рәсәй мастеры тип танылды, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын арала Спорт көрәше үҙәген төҙөйәсәкбеҙ. Әлегә бында шөғөлләнергә һәм юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшергә мөмкин. Мәктәп директоры Александр Николаевич Григорьевҡа рәхмәт әйткем килә. Оҙаҡ йылдар дауамында ул республикабыҙ ғорурлығы булған бихисап спортсылар тәрбиәләгән.

– Өфөлә күргәндәр миндә ҙур тойғолар ҡалдырҙы. Йәш көрәшселәрҙе, буласаҡ чемпиондарҙы тәрбиәләгән шәп мәктәптәрҙә булдыҡ. Был – ошо йүнәлеш буйынса шөғөлләнгәндәр өсөн ҙур өҫтөнлөк, – тине Ненад Лалович. – Барыһын да спорт көрәше буйынса беренселектең башланыуы менән ҡотлайым. Ярыштар шөғөлләнгән йүнәлешегеҙҙә дәрт өҫтәйәсәк.

Спорттағы ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе һәм Көрәш буйынса Европа беренселегендә бронза миҙал яулаған Фәдис Вәлитовҡа фатир алыу өсөн сертификат тапшырҙы.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас