Спорт һәм туризм
17 Август 2021, 13:45

Бындай мәктәптәр 200-гә етергә тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович Өфөнөң “Сағыу” биҫтәһендәге 162-се “Смарт” полилингваль күп профилле мәктәбен ҡараны.

Бындай мәктәптәр 200-гә етергә тейешБындай мәктәптәр 200-гә етергә тейеш
Бындай мәктәптәр 200-гә етергә тейеш

17 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының абруйлы ҡунаҡтары менән берлектә Өфөнөң “Сағыу” биҫтәһендәге 162-се “Смарт” полилингваль күп профилле мәктәбендә булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был уҡыу йортон ике йыл элек асҡайнылар. Заманса кластарҙан тыш, унда мобиль компьютер кластары, сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн лингафон кабинеттары, лабораториялары булған биология, химия кабинеттары, спорт, гимнастика залдары, уҡыу залы булған китапхана, медиатека һәм башҡалар бар.

Мәктәп директоры Наил Әминевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, грек-рим көрәше һәм грэпплинг секцияларына 100-ҙән ашыу бала йөрөй. Бынан тыш, 11 – 16 йәшлек 70 уҡыусынан торған төркөмдәр өсөн һәр аҙнаның өсөнсө физкультура дәресе милли көрәшкә арнала.  

Төбәк етәксеһе һәм UWW президенты спорт көрәше, регбол буйынса күнекмәләрҙә булды һәм спорт залының махсус диуарында буласаҡ чемпиондарға теләктәрен яҙып ҡалдырҙы, шулай уҡ “Сармат” футбол клубы етәксеһе, тренер-уҡытыусы Аким Каменевтың йәш футболсылар менән нисек шөғөлләнеүен ҡараны.  

162-се мәктәптә Радий Хәбиров һәм Ненад Лалович “Спорт көрәше – Башҡортостан мәктәптәренә” программаһы буйынса Өфөнөң физкультура уҡытыусылары өсөн август кәңәшмәләре сиктәрендә үткәрелгән интенсив-семинарҙа ҡатнашты.

– Барығыҙҙы ла ҡыуаныслы сара – юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемионаты – асылыуы менән ҡотлайым. “Спорт көрәше – мәктәптәргә” программаһында республиканың 62 уҡыу ойошмаһы ҡатнаша. 2024 йылға уларҙың һаны 200-гә етергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Башҡортостанда спорттың барлыҡ төрҙәрен үҫтерергә тырышабыҙ, артабан да спорт һәм физкультура хәрәкәтенә ярҙам итәсәкбеҙ.

Республика етәксеһе “Ауыр тренеры” республика программаһында ҡатнашҡандарға дүрт сертификат тапшырҙы. Был программа Башҡортостанда 2020 йылдан бирле республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Йыл һайын 100 грант өсөн 60 миллион һум аҡса бүленә. Программа шарттарына ярашлы, ауыл ерендә балалар менән эшләгән тренерҙар 600 мең һум аҡса ала. Был сумманы торлаҡҡа йәки ер участкаһына, өй төҙөүгә, автомобиль һатып алыуға, профиль буйынса уҡыуға файҙаланырға мөмкин.

Радий Хәбиров ҡулынан сертификаттарҙы спорт көрәше һәм милли көрәш буйынса тренерҙар – Ҡыйғынан Руслан Әхмәҙиев, Әбйәлилдән Илгиз Абдуллин, Ейәнсура районынан Динис Дәүләтбәков һәм Рәфис Ғайсин – алды.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас