

Баш ҡалабыҙҙа Америка спортсыларын Мэриллин Монро ҡаршыланы, шведтар башҡорт рэпына бейене.
Өфөгә Американан юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн спортсылар килде. Улар аэропорт залында күренгәс үк We Are The Champions рок-гимны яңғыраны. Әммә Мэриллин Монроның күренеүе көтөлмәгән хәлгә әүерелде. Ул спортсыларҙы сәк-сәк менән һыйланы. Милли аҙығыбыҙ американдарға оҡшаны.
Өфө тиктокерҙары спортсыларҙы бейеү баттлына саҡырҙы. Улары баш тартманы һәм брейк-данс бейене.
Ҡунаҡтар барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла ошолай ҡаршылайҙармы, тип ҡыҙыҡһынды. Эйе, Өфө барыһын да шатланып ҡаршы ала. Әйткәндәй, ошо уҡ рейс менән Швециянан да спортсылар килде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ирекле көрәш – йәйге Олимпия уйындарына ҡараған спорт көрәше төрө. Уның буйынса ярыштар 16 – 20 августа үткәрелһә, 20 – 22 августа грек-рим көрәше буйынса ярышасаҡтар.
Башҡортостандан Адлан Амриев менән Сәйед-Хөсәйен Бакаев юниорҙарҙың донъя чемпионатында республикабыҙ исеменән грек-рим көрәше буйынса сығыш яһаясаҡ.