

Өфөлә төбәк Йәмәғәт ярҙамы штабында билдәле спортсы, Рәсәй Федерацияһы сенаторы Александр Карелин республиканың атҡаҙанған спортсылары менән осрашты. Һүҙ Халыҡ программаһының спортты үҫтереү өлөшөнә тәҡдимдәр тураһында барҙы.
VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рима Батталова адаптив спорт буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. "Сәләмәтлеге сикләнгән кешеләргә лә спорт менән шөғөлләнеү өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырыу, ауылдарҙа тренерҙар юҡлығы мәсьәләһен хәл итеү мөһим. Уларҙы физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән шөғөлләнә алырлыҡ итеп әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн беҙгә адаптив спортҡа уҡыу буйынса күберәк бюджет урындары булдырыу зарур", – тине Рима Батталова.
Депутат мәктәптә үҙенсәлекле балаларға физкультура менән шөғөлләнеү көнө булмауын билдәләп үтте. Шулай уҡ физкультура һәм спорт күнекмәләре өсөн аныҡ медицина тәҡдимдәре лә кәрәк. Әлеге ваҡытта бындай балалар физкультураға индерелмәйенсә, үҫештән мәхрүм ителә.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тренерҙар әҙерләү темаһын хупланы. Ул республикала “Ауыл тренеры” программаһы барлығы, ошо нигеҙҙә ауылға эшкә килгәндәргә аҡсалата ярҙам күрһәтелеүе тураһында әйтте. Хәҙер был тәжрибәне бөтә илгә таратырға тәҡдим ителә.
“Ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһына спорт объекттарын да индереүҙе тәҡдим итәбеҙ. Әле улар проектҡа һалынмаған, әммә дөйөм спорт тураһында әйтәбеҙ икән, ул саҡта майҙансыҡ һәр ихатала булырға тейеш”, – тине Александр Сидякин.
Сарала ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова “ауыл ерендә мәктәптәр халыҡты туплау урыны була ала” тип белдерҙе. "Беҙҙең штаб командаһы йәмәғәтселек тәҡдимдәренә таяна. Ауыл ерендә спорт күнекмәләре ойоштороу буйынса мөрәжәғәттәр килә. Мәҫәлән, урындарҙағы күп мәктәптәрҙә спорт майҙансыҡтары ойоштороу, хоккей ҡаптары, йүгереү юлы төҙөү өсөн биләмәләр бар. Клуб ауылдың мәҙәни үҙәге булған кеүек, мәктәп майҙансыҡтары спорт һөйөүселәрҙе, сәләмәт тормош рәүеше яҡлыларҙы йәлеп итә ала", – тине депутат.
Халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Тансыҡҡужина билдәләп китеүенсә, спорттың интеллектуаль төрҙәре ҙур финанс сығым талап итмәй. Ул ауыл клубтарында, китапханаларында шашка һәм шахматҡа иғтибарҙы арттырырға тәҡдим итте.
Токиолағы Олимпиада чемпионы Аделина Заһиҙуллина Халыҡ программаһына күләмле тәҡдимдәр менән килгән. Уларҙың береһе – Өфөлә фехтование һарайы булдырыу. Шулай уҡ белем биреү учреждениеларында спортсыларға айырым иғтибар бүлеүҙәрен һораны. Спортсыны Олимпия резервы мәктәбе булмауы борсоуға һала, беҙҙәге спорт интернаты һәм институты ярҙамға мохтаж, тип иҫәпләй ул. Белем биреү учреждениеларының матди-техник хәле ҡәнәғәтләнерлек түгел, биналарға ремонт, йыһазландырыу талап ителә.
"Илдең бөтә төбәктәрендә лә тренерҙар етмәй. Спортсылар үҙебеҙҙә ҡалһын, шөғөлләнһен һәм миҙалдар алып килһен өсөн спорт инфраструктураһы булыуы ғына етмәй, иң мөһиме - тренер составы", – тип иҫәпләй Өфө фехтование мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Ырымбур өлкәһенең Фехтование федерацияһы етәксеһе Эрик Хәмзин.
Байдаркаларҙа ишеү буйынса олимпиа резервы мәктәбе директоры Артем Новиков барлыҡ теләгәндәр академик ишеүҙә шөғөлләнә алһын өсөн ишеү каналы төҙөү талап ителеүе хаҡында белдерҙе.
Штаб эшендә олимпия чемпионы, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының вице-спикеры Мурад Карданов ҡатнашты. "Заманса спорт үҙәктәре илдең бөтә төбәктәрендә лә кәрәк, әммә бер бина ла кеше сығанағын алмаштыра алмай. Беҙгә профилле юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын һаҡлау мөһим", – тип белдерҙе Мурад Карданов.
Осрашыу аҙағында Александр Карелин Халыҡ программаһына килгән тәҡдимдәрҙең киң тикшереү үтеүен әйтте. Ул был эш барышында программа документында урындарҙан тәҡдимдәрҙең инеүе мөһимлеген билдәләне. Сарала үҙе лә тәҡдиме менән анкета тултырып, Өфөнөң төндә тағы сағыу һәм яҡтыраҡ булыуын теләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Йәмәғәт ярҙамы штабы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә бер нисә аҙна элек асылды. Майҙансыҡта “түңәрәк өҫтәл”дәр, эксперттар менән осрашыуҙар, граждандарҙы ҡабул итеүҙәр үтә – улар барышында партияның халыҡ программаһына тәҡдимдәр йыйыу бара.
Фото: Йәмәғәт ярҙамы штабы.