Спорт һәм туризм
17 Август 2021, 17:05

“Тәжрибәгеҙҙе мотлаҡ ил буйлап таратасаҡбыҙ...”

17 августа “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексында юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя беренселеге асылыуға арналған матбуғат конференцияһы булды. 

“Тәжрибәгеҙҙе мотлаҡ ил буйлап таратасаҡбыҙ...”“Тәжрибәгеҙҙе мотлаҡ ил буйлап таратасаҡбыҙ...”
“Тәжрибәгеҙҙе мотлаҡ ил буйлап таратасаҡбыҙ...”

17 августа “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексында юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя беренселеге асылыуға арналған матбуғат конференцияһы булды. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Берләштерелгән көрәш донъяһы (UWW) президенты Ненад Лалович, Федерация Советы ағзаһы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Карелин һәм Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили яуап бирҙе.

Республика Башлығы, матбуғат конференцияһын асып, алдағы йылдарҙа Өфөлә киң ҡоласлы халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштары үткәреләсәк махсуслашҡан Спорт көрәше үҙәген төҙөү тураһындағы пландары хаҡында иҫкә төшөрҙө.

 – Был объекттың проектын эшләгәндә һәр аҙымды Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы менән килешеп яһаныҡ,  – тине Радий Хәбиров. – Командаларҙың һәр кимәлдәге спорт йыйындарын үткәреү өсөн урын бирергә әҙербеҙ. Беҙҙә – яҡшы климат, яҡшы ойоштороу. Беҙҙә уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк. Бында ҡунаҡхана ла буласаҡ, сөнки бөгөн үк Өфөлә донъя беренселеге үткәрелеге һөҙөмтәһендә барлыҡ отелдәр тулы. Был ҡунаҡхана эшҡыуарлығының яҡшы эшләүен күрһәтә.

– Күп кенә сит ил спортсыларының Рәсәйгә беренсе тапҡыр килеүенә ышанам. Илебеҙ менән танышыуҙы ошондай матур республиканан башлауҙары шәп, – тип өҫтәне Михаил Мамиашвили. – Шуға Башҡортостандағы Спорт көрәше үҙәгенә халыҡ-ара статус спорт өсөн генә түгел, Рәсәйҙең донъя аренаһындағы сәйәси ролен нығытыу өсөн дә мөһим.

– Бында ошо сараны ойоштороу һәм үткәреү менән ныҡ бәхетлемен, – тине Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара Олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович. – Бөгөн иртән Өфөнөң йәш биҫтәләрендә уҡыу программаһына көрәш ингән ике мәктәпте ҡараныҡ. Тап ошо балалар һеҙ төҙөгән Көрәш үҙәгенә данлы спорт йолаларын дауам итеү өсөн киләсәк. Республикалағы 62 мәктәп ошондай көрәш дәрестәрен үткәрә һәм бының өсөн тейешле инфраструктура бар. Киләсәктә улар артасаҡ һәм яңы еңеүҙәр өсөн ҡеүәтле нигеҙгә әйләнәсәк.

– Быйыл “Спорт көрәше – мәктәптәргә” программаһына тағы 21 уҡыу ойошмаһы ҡушыласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ уларҙың һаны 2024 йылғаса 200 булһын тигән план ҡуйҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта спорттың башҡа төрҙәре буйынса башланғыстарға ла ярҙам итәбеҙ. Шулай итеп, Токиолағы Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса, унда рапирасыларыбыҙ алтын һәм көмөш миҙалдар яулағайны, республиканың фехтование буйынса Олимпия резервы мәктәбен төҙөү һәм Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге ҡарамағында Фехтование һарайы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек.

Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты донъя беренселеген юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтте.

– Токиолағы Олимпиада шаңдауы һүнмәгән әле. Унда Рәсәй көрәшселәре дүртешәр алтын һәм бронза миҙал яуланы. Ә беҙ Башҡортостанда спорт көрәше буйынса беренселек үткәрәбеҙ. Бөгөн бында сығыш яһағандар өс йылдан үҙ илдәренең йыйылма командаһы намыҫын Париждағы Олимпия уйындарында яҡлаясаҡ, – тине Михаил Мамиашвили. – Башҡортостан – ошондай ярыштарҙы үткәреү өсөн бик ҡулай урын. Бында көрәш йолалары көслө. Бында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Бормандың легендар мәктәбе төҙөлгән. Бында спорттың әлеге төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу етди. Республика – Рәсәй спорты тормошоноң  һәм төрлө кимәлдәге турнирҙарҙы үткәреү, йәштәрҙе йәлеп итеү, шул иҫәптән грамоталы тренерҙар ярҙамында, алда бара. Радий Фәрит улы Хәбиров әйтеүенсә, был беренселектең төп мираҫы балаларҙың спорт залдарына һәм татамиға килергә теләүе буласаҡ. Кем тағы, спорттағы юлын тап көрәштән башлаған республика Башлығы кеүек, быларҙың барыһын да ишетеп кенә белмәй?  

Федерация Советы ағзаһы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Карелин 2020 йылда Өфөлә Башҡортостан Башлығы приздарына спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогы үткәрелеүен хәтеренә төшөрҙө.

– Ауыр пандемия йылында ла республика ошондай кимәлдәге асыҡ турнирҙы үткәрҙе, – тине Александр Карелин. – Рәсәйҙең йыйылма командаһы ярышыу өсөн уникаль мөмкинлеккә эйә булды, башҡорт ҡунаҡсыллығы мөхитенә эләкте. Бының өсөн ҙур рәхмәт! Ә әле республика йәнә ярыштар үткәрә – тик хәҙер планета кимәлендә.

Сенатор “Ауыл тренеры” республика программаһын тормошҡа ашырыуҙы ла юғары баһаланы. Уның сиктәрендә ауыл ерендә эшләргә теләгәндәр 600 мең һум күләмендә грант ала. Улар был аҡсаны торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға, башҡа көнкүреш ихтыяжына тотоноу мөмкинлегенә эйә.

– Беҙ, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл уҡытыусыһы” программалары кеүек, “Ауыл тренеры” программаһын да федераль кимәлдә закон йәһәтенән нығыттыҡ, – тине Александр Карелин. – Ауылда эшләгән тренерҙар өсөн 600 мең һум аҡса – һиҙелерлек ярҙам. Тәжрибәгеҙҙе мотлаҡ тотош ил буйлап таратасаҡбыҙ. Тап ауылдарҙан спортҡа иркә булмағандар килә һәм чемпион була, призлы урындар яулай.

Матбуғат конференцияһын тамамлағанда Радий Хәбиров, Ненад Лалович, Александр Карелин һәм Михаил Мамиашвили донъя беренселегендә ҡатнашҡан атлеттарға үҙҙәренә ышаныуҙарын, намыҫлы көрәш һәм сағыу еңеүҙәр теләне.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас