Спорт һәм туризм
18 Август 2021, 06:45

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ярыштар башланды

Бөгөн “Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ көсөн һынай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ярыштар башландыҠатын-ҡыҙҙар араһында ла ярыштар башланды
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ярыштар башланды

Бөгөн “Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ көсөн һынай.

Шулай итеп, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса ярыштар старт алды. Кисә ошо спорт ярыштары буйынса йәрәбә һалынды. Шулай итеп, гүзәл зат вәкилдәре 61, 74, 86, 92, 125 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында көс һынашасаҡ.  50, 55, 59, 68, 76 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында ярыштар үткәрелә, ярымфиналға сығыусылар асыҡланасаҡ. 61, 74, 86, 92, 125 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында иһә финал ярыштары була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелһә, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20-22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ. Шулай итеп, ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас