Спорт һәм туризм
18 Август 2021, 16:30

Ике спортсыбыҙ финалға сыҡты

Бөгөн “Өфө-Арена”ла Рәсәйҙән Анастасия Сидельникова һәм Елизавета Петлякова юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙ көрәшендә финалға сыҡты.

Ике спортсыбыҙ финалға сыҡтыИке спортсыбыҙ финалға сыҡты
Ике спортсыбыҙ финалға сыҡты

Бөгөн “Өфө-Арена”ла Рәсәйҙән Анастасия Сидельникова һәм Елизавета Петлякова юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙ көрәшендә финалға сыҡты.

Ҡатын-ҡыҙ араһында 50, 55, 59, 68 һәм 76 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында ярымфинал осрашыуҙары тамамланды. Илебеҙ командаһынан ике спортсыбыҙ финалға сыҡты.

Анастасия Сидельникова 55 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Азербайжандан Жали Алиеваға беренселекте бирмәне: иҫәп 10:0!

Елизавета Петлякова ла 68 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Төркиәнән Несрин Басты ышаныслы еңде.

Рәсәйҙән тағы бер көрәшсе Анастасия Яндушкина ярымфиналда Ҡырғыҙстандан Кальмира Билимбеккызынан еңелде.

50, 55, 59, 68, 76 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында ирекле көрәш буйынса финал ярыштары иртәгә була. Илебеҙ спорсыларына уңыштар теләйек!

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас