

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты ярыштары дауам итә.
50, 55, 59, 68, 76 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ирекле көрәш буйынса ярыштар үткәрелә. 61, 74, 86, 92, 125 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияларында финал ярыштары була.
Ирекле көрәш буйынса ярыштарҙың икенсе көнөндә беренсе алтын миҙалды Дағстандан 18 йәшлек Рамазан Багавутдинов 57 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында яуланы. Ул башта төрөк спортсыһы Мөхәммәт Каравустан еңелеп бара ине, әммә ул үҙен ҡулға алды һәм еңеү яуланы.
65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында финалда илебеҙ спортсыһы Шамил Мамедов Азербайжандан Зираддин Байрамов менән осрашты. Тәүге минуттарҙан уҡ ярыш ҡыҙыу барҙы. Икеһе лә алтын миҙал яуларға тырышыты. Әммә Шамил ныҡышмаллылығы, сәмселлеге ярҙамында беренселекте яуланы. 70 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында иһә Рәсәйҙән Станислав Свинобоев бронза миҙал яуланы.
Финал ярыштарында тағы алтын миҙал хужалары Ирандан Мөхәммәд Ноходиларими (79 килограмм) һәм Американан Брэкстон Амос (97 килограмм) булды.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.