

Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты ярыштары ҡыҙғандан-ҡыҙа. Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили һүҙҙәренә ҡарағанда, турнир спорт көрәше донъяһы өсөн оҙаҡ көтөп алынған һәм глобаль сараға әйләнде, сөнки йәш спортсылар араһында ошондай юғары кимәлдә иң көслөләр ике йыл тирәһе асыҡланмаған. “UWW-ға (Берләштерелгән көрәш донъяһы) бирелгән ышаныс, көрәшселәр мәнфәғәтендә ойошторолған мөмкинлектәр һәм спорттың был төрөнә бүленгән иғтибар өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт”, – тип хәбәр иткән Михаил Мамиашвили Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының рәсми сайтында.
Кемдәр ҡатнаша?
Әйткәндәй, Рәсәйҙә өлкәндәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаттары үткәрелгәйне. 1995 йылда – Мәскәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар көрәше, 1997 йылда – Красноярскиҙа ирекле көрәш, 2002 йылда – Мәскәүҙә грек-рим көрәше, 2010 йылда Мәскәүҙә грек-рим көрәше, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирекле көрәш буйынса донъя беренселектәрендә спортсылар ҡатнашҡайны.
2021 йылда донъя беренселеген Башҡортостанда үткәреү тураһындағы ҡарар 2019 йылдың сентябрендә Ҡаҙағстанда UWW (Берләштерелгән көрәш донъяһы) ғаризалар кампанияһында ҡабул ителгәйне. Былтыр 17 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы” менән “Өфө ҡалаһында 2021 йылғы Юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреү өлөшөндә хеҙмәттәшлек һәм бергә эшләү тураһында”ғы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Шулай итеп, 23 авгусҡа тиклем Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса чемпионат коронавирус инфекцияһына ҡаршы барлыҡ санитария талаптарын үтәп ойошторола. Был хаҡта сара башланыр алдынан уҡ республиканың спорт министры Руслан Хәбибов түбәндәгеләр хаҡында белдергәйне. “Башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре илебеҙгә килгәндән һуң 72 сәғәт дауамында ғәмәлдә булған SARS-CoV-2-гә ПЦР-ҙың ғәмәлдәге серологик тестарын күрһәтәсәк. Башҡортостан биләмәһендә ҡатнашыусылар килгәс һәм “таҙа зона”ға ингәс, COVID-19 антиесемдәренә экспресс-тестар эшләнәсәк.
Ярыш һәм күнекмә залдарына ингән барлыҡ ҡатнашыусыларҙың да тән температураһы инфра-ҡыҙыл термометр менән үлсәнә. Әгәр COVID-19 антиесемдәренә экспресс-тест ыңғай йәки сарала ҡатнашыусыларҙа, ҡунаҡтарҙа коронавирус инфекцияһының барлығына шик тыуһа, обсерватор ҡаралған”. Шулай итеп, ярыштар ваҡытында коронавирус инфекцияһына ҡаршы барлыҡ талаптар теүәл үтәлә.
Йәштәр чемпионаты спорт көрәшенең Олимпия дисциплиналары булған йәки булмаған төрҙәре буйынса үткәрелә: 11 – 14 августа грэпплинг, грэпплинг-ги дисциплиналары буйынса ярыштар ойошторолдо, 15-енән 23 авгусҡа тиклем грек-рим һәм ирекле көрәш буйынса алыштар була.
Һайлау турнирҙары буйынса түбәндәге илдәрҙең донъя чемпионатында ҡатнашасағы асыҡланғайны. Улар – Алжир, Әрмәнстан, Австралия, Австрия, Азербайжан, Беларусь Республикаһы, Бразилия, Болгария, Бахрейн, Канада, Ҡытай, Хорватия, Чехия, Эквадор, Мысыр, Испания, Эстония, Филиппин, Финляндия, Франция, Грузия, Германия, Греция, Гватемала, Венгрия, Һиндостан, Иран, Израиль, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Литва, Молдавия, Монголия, Нидерланд, Норвегия, Польша, Португалия, Румыния, Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Сербия, Шри-Ланка, Швейцария, Словения, Швеция, Тажикстан, Тунис, Төркиә, Чили, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Украина, АҠШ, Үзбәкстан. Шулай итеп, барлығы 55 илдән 1 меңдән ашыу көслө спортсы ҡатнаша.
Грэпплинг – ҡул һуғышы төрҙәренең береһе. Унда самбо, дзюдо, джиу-джитсу һәм ирекле көрәштәге һымаҡ техника файҙаланыла. Шуныһы үҙенсәлекле: грэпплинг дәғүәсеңде теге йәки был ысул менән еңергә өйрәтә. Башҡа алыш төрҙәренән айырмалы яғы – ярышты ваҡытынан алда тамамлау өсөн көс ҡулланыу һәм аяҡ кейеме кейеү тыйыла.
Грэпплинг – спорттың ярайһы уҡ йәш төрҙәренең береһе. Ул Бразилия джиу-джитсуһы, ирекле көрәш, хәрби самбо һәм дзюдо техникаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Өҫтәүенә, спорттың был төрөндә кешенең физик йәһәттән көслө булыуы ғына түгел, грамоталы техникаға, яҡшы әхлаҡ-ихтыяр көсөнә эйә булыуы ла зарур.
Тағы шуныһы мөһим: был алыш төрө менән һәр кем, йәшенә һәм физик йәһәттән әҙерлегенә ҡарамай, шөғөлләнә ала. Өҫтәүенә, грэпплинг тәндең һығылмалы булыуына ярҙам итә.
Баш ҡалабыҙҙағы “Өфө-Арена”ла грэпплинг буйынса ярыштарҙы кадеттар һәм юниорҙар асты. Спорт көрәшенең был дисциплинаһында көс һынашҡан спортсылар Әрмәнстан, Азербайжан, Беларусь, Хорватия, Испания, Венгрия, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Филиппин, Рәсәй һәм Румыния кеүек илдәрҙән ине. 79 йәш спортсы Рәсәй исеменән сығыш яһаны. Ҡаҙағстан өсөн 57 спортсы көс һынашты. Был һан буйынса иң ҙур командалар булды. Ярыштарҙа барлығы 68 комплект миҙал уйнатылды.
Мәҫәлән, Ҡаҙағстан командаһынан Лиза Синельникова 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынды яуланы. Был ил командаһынан шулай уҡ Мансур Соктоганов 57 килограмға тиклемге ауырлыҡта икенсе урынға сыҡты. Ҡыҙ менән егет – Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһенән. Тренерҙары – Кирилл Якимович һәм Вержан Касенов.
– Ҡустым Илья грэпплинг менән шөғөлләнә ине. Уға ҡарап, мин дә ошо спорт төрө менән мауығып киттем һәм хәҙер быға ҡыуанып бөтә алмайым, – тип белдерҙе Лиза.
Рәсәй гимны 22 тапҡыр яңғыраны
Өфөлә барған спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының беренсе көнөндә Рәсәй гимны 22 тапҡыр яңғыраны, сөнки 13 августа беҙҙең ил спортсылары 22 алтын миҙал яуланы.
Көндөң тәүге яртыһында балаҫтарҙа кадеттар грэпплинг буйынса көс һынашһа, төштән һуң юниорҙар алышҡа сыҡты. Кадеттар бүлегендә Рәсәй спортсылары түбәндәге ауырлыҡ үлсәмдәрендә беренсе урынды яуланы: Вячеслав Шкодкин (39 – 42 килограмм), Мөхәммәд Османов (46), Али Казимов (50), Степан Зубков (54), Мөхәммәд Закиров (58), Гамид Хиясов (110), Карина Мырҙабаева (43), Ульяна Ходжинова (46), Елена Ефремова (52), Алина Копейкина (65), Александра Племяшова (90 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы).
Юниорҙар араһында: Хәбиб Атлуев (58 кг), Исмаил Кадиев (62), Ислам Бочкаев (66), Рәсүл Абдулвадулов (71), Магомедмухтар Гусенов (84), Судим Ходжалиев (92), Шахсолтан Алакаев (130), Аделина Мырҙабаева (53), Валентина Павлова (64), Анна Ершова (71), Ангелина Леонидова (90 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында).
Өфөлә барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһы составында Али Казимов 50 килограмға тиклемге ауырлыҡта беренсе урынды яуланы. Ул – Мәскәү өлкәһенән. Тренеры – Заур Ғасанов. Егет биш йәшенән грэпплинг менән шөғөлләнә. Бынан тыш, ирекле көрәш менән мауыға икән.
– Был спорт төрө һәр йәһәттән үҫергә, үҙ маҡсатыңа өлгәшергә ярҙам итә. Бөгөнгө еңеүемде олатайыма һәм ағайыма арнайым. Улар һәр саҡ янымда, ныҡлы терәгем булды. Бынан тыш, еңеүгә өлгәшеүемдә, әлбиттә, атайым менән тренерымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, атайым үҙе лә көрәшсе, – тине Али.
Баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя чемпионатына грэпплинг буйынса ярышыу өсөн Омск өлкәһенең Грэпплинг буйынса федерацияһы президенты, тренер Рәғим Эскендеров үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән килгәйне. Улар Рәсәй йыйылма командаһы составында уңышлы ғына сығыш яһаны.
Омск спортсыларынан Елена Ефремова 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. 42 килограмға тиклемгеләр араһында Вячеслав Шкоткин беренсе урынға сыҡты, 45 килограмға тиклемге категорияла иһә Вульф Герман бронза миҙалға лайыҡ булды.
– Тап бына ошондай ярыштар дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, әлеге спорт төрөндә (грэпплинг – авт.) техника күп. Был иһә спортсыларҙы уйларға мәжбүр итә һәм агрессия юҡ, – тигән фекерҙә тренер.
Әйткәндәй, Рәғим Эскендеровтың ата-бабалары уҡытыусы булған. Хәҙер бына үҙе лә балаларға күнекмәләр үткәрә, йәғни нәҫелен генә түгел, эш-кәсепте лә дауам итә. Алты йәшлек ҡыҙы Диана ла грэпплинг менән шөғөлләнә: Омск өлкәһендә үткәрелгән ярыштарҙа үҙ йәше буйынса төркөмдә чемпион булған. Улы Радикка – әле дүрт йәш.
Шуны билдәләргә кәрәк, был ярыштарҙа илебеҙҙең грэпплинг буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йәштәр командаһы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Бөтә Рәсәй грэпплинг федерацияһы президенты Ризван Бочкаев шулай уҡ Ҡаҙағстан спортсыларының илебеҙ спортсыларына көнәркәш булыуы хаҡында белдерҙе.
Республикабыҙ ҡыҙҙары һынатманы
Беренсе дисциплинала – грэпплингта – Башҡортостандан биш спортсы сығыш яһаны. Уларҙың өсәүһе гүзәл зат вәкилдәре ине. Спортсыларҙың тренеры Әлфиә Әлимғужина әҙерлек этаптары, үҙе, грэпплингтың гүзәл зат вәкилдәренә нимә биреүе хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, 2007 йылда Әлиә Әлимғужина билбау көрәше буйынса донъя чемпионы булғайны, артабан ул ял итте һәм бер нисә йылдан һуң ҙур спортҡа тренер сифатында кире ҡайтты. Өфөләге юниорҙар чемпионатына ул Яна Беликова менән берлектә грэпплинг дисциплинаһы буйынса өс спортсыны әҙерләгән.
– 2017 йылдан апалы-һеңлеле Карина менән Аделина Мырҙабаевалар, шулай уҡ Валерия Давыдова менән күнекмәләр яһай башланым. Ҡайһы бер ярыштарҙа улар барлыҡ старттарҙы ла тыныс ҡына үтһә, икенсеһендә тулҡынланалар, – тип белдергәйне тренер. – Уларҙы күҙәтәм: барыһы ла яҡшы тиҙәр, ә үҙҙәрендә шик-шөбһә булыуы ихтимал. Күп кенә ярыштарҙы үткәрҙек, һәм быныһының финал һыҙығы икәнлеген аңлайым. Шуға хәҙер беҙҙә ҡурҡыу булырға тейеш түгел. Өфөлә тәжрибәле тренерҙар менән эшләнек һәм ҡыҙҙарҙа психологик ныҡлыҡ бар, улар барыһын да эшләй аласаҡ, тигән ышаныстамын.
Спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында донъя чемпионатында республикабыҙ ҡыҙҙары һынатманы. Юниорҙар араһында Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһы составында 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Башҡортостандан Карина Мырҙабаева беренсе урынға сыҡты. Спортсыбыҙҙы республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡалар ҡотланы.
Карина Мырҙабаева – Волга буйы федераль округы беренселегендә (2019 – 2021 йылдар), Рәсәй беренселегендә (2019, 2021 йылдар) еңеүсе булғайны. Бынан тыш, 2019 йылда яҡташыбыҙ донъя беренселегендә ике тапҡыр приз яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Карина Мырҙабаеваның тренерҙары – Әлфиә Әлимғужина һәм Яна Беликова.
– Мин донъя чемпионатында ҡатнашып, бронза миҙал яулағайным. Был юлы юғарыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшкем килә, – тигәйне сара алдынан Карина. Шулай итеп, спортсыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашты.
“Өфө-Арена”ла үткәрелгән грэпплинг буйынса юниорҙар араһында үткәрелгән ярыштарҙа Башҡортостан спортсылары Аделина Мырҙабаева менән Валерия Давыдова ла командабыҙға ике миҙал килтерҙе. Аделина Мырҙабаева 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәл иткес алышта ҡаҙаҡ спортсыһы Арузхан Йылҡыбаева менән осрашты. Икеһе лә беренселек өсөн тырышты, тик башҡорт спортсыһы күпкә сәмлерәк, ныҡышмалыраҡ булып сыҡты.
Валерия Давыдова иһә 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында икенсе урынға өлгәште. Шулай итеп, Башҡортостан спортсылары 13 августа өс миҙалға лайыҡ булды. Был көндә Рәсәй командаһы, ғөмүмән, 655 мәрәй туплап, дөйөм иҫәп буйынса беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында – Ҡаҙағстан, өсөнсө урында Испания.
Грэпплинг-ги буйынса көс һынаштылар
14 августа “Өфө-Арена”ла донъя спортсылары грэпплинг-ги буйынса көс һынашты. Грэпплингтан айырмалы, грэпплинг-ги ярышында иһә спортсылар кимоно кейеп сығыш яһай. Нигеҙҙә, ундайҙы джиу-джитсу алыштарында кейәләр. Бына шуның менән грэпплинг грэпплинг-гинан айырыла.
Рәсәй йыйылма командаһында сығыш яһаған Улана Ходжинова – Ҡалмығстандың Элиста ҡалаһынан. Ул үҙенең беренсе тапҡыр Өфөгә килеүе, бындағы тәбиғәттең оҡшауы хаҡында белдерҙе.
“Беҙҙә – далалар, бында – урмандар. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында туҡталдыҡ. Унда ла, бында ла, ғөмүмән, тотош мөхит оҡшай”, – тине спортсы ҡыҙ.
Улана йәмғеһе ике миҙал яуланы. 13 августа ул грэпплингта беренсе булды, 14 августа грэпплинг-ги буйынса ярыштарҙа икенсе урынға сыҡты. “Ярыштарҙа ҡатнашыуым һәм алтын, көмөш миҙалдар алыуым өсөн шатмын”, – тип белдерҙе Улана. Ул үрҙә әйтелгән спорт төрҙәре менән өс йыл элек, атаһы һәм ағайҙарынан күреп, шөғөлләнә башлаған. Әйткәндәй, грэпплинг-ги, спорттың яңы төрө булһа ла, илебеҙҙә киң үҫеш алған. Рәсәйҙең көньяғында, Дағстанда ла, уның менән шөғөлләнеүселәр күп. Был республиканың грэпплинг һәм грэпплинг-ги мәктәптәре илдә иң яҡшылар иҫәбендә. Ярыштарҙа Дағстан спортсылары үҙҙәренең яугир холоҡло булыуы менән һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә, шуға күрә уларҙың илебеҙ командаһында күп булыуына һис аптырайһы түгел.
Өфөлә барған спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Дағстандан тренер Пахруддин Магомедрасулев ошо сара һәм республикабыҙ хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Донъя чемпионатында республикабыҙҙан күп кенә спортсы ҡатнаша. Үҙемә ирекле көрәш һәм грэпплинг оҡшай”, – тине ул.
Әйткәндәй, Пахруддин Магомедрасулев үҙенең беренсе тапҡыр Өфөгә килеүе һәм уны оҡшатыуы хаҡында белдерҙе. “Банкаларға һалынған өс төрлө башҡорт балын бүләк иттеләр. Кисә йүкәнән йыйылғанын тәмләп ҡараным. Бик оҡшаны”, – тине Дағстан тренеры.
Башҡортостандан спортсылар Аделина Мырҙабаева менән Валерия Давыдова грэпплинг-ги буйынса көс һынашты. 14 августа шулай уҡ республикабыҙҙан 46 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә кадеттар араһында Эмиль Исламғолов һәм 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә юниорҙар араһында Низам Иҙрисов үҙ көсөн һынаны.
Спорт һөйөүселәрҙе, көйәрмәндәрҙе ҡыуандырғаны: “Өфө-Арена”ла барған донъя чемпионатының грэпплинг-ги буйынса ярыштарында Стәрлетамаҡ ҡыҙҙары өс миҙал яуланы. 13-14 август көндәре 18 йәшлек Аделина менән 16 йәшлек Карина Мырҙабаевалар өсөн уңышлы булды. Карина – 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында, Аделина 53 килограмға тиклемгеләр араһында еңеүгә өлгәште. Шуныһы үҙенсәлекле: Карина ике көн рәттән, үҙенең категорияһы буйынса башҡа дәғүәсе табылмау сәбәпле, балаҫҡа ярышырға сыҡмайынса ғына алтын миҙал эйәһе булды.
Ә бына 18 йәшлек Валерия Давыдова өсөнсө урынға сыҡты. Испаниянан Марина Гаррай Гарсия һәм ватандашыбыҙ Мария Коблова тәүге урындарҙы уртаҡлашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙәр араһында 62 килограмға тиклемге ауырлыҡта сығыш яһаған Низам Иҙрисов ярымфиналға сыға алманы. 46 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған яҡташыбыҙ Эмиль Исламғоловҡа ла уңыш тәтемәне.
Чемпионатта ирекмәндәр күп, үҙҙәре ирекмән булған спортсылар ҙа бар
Өфөлә барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ирекмәндәр байтаҡ. Улар өсөн ошондай ярыштарҙа ҡатнашыу – ҙур тәжрибә лә. “Бында мин – ирекмәнмен. Тәжрибәле спортсыларҙы күреү, уларҙан өйрәнеү мөмкинлеге алыуыма бик шатмын”, – ти Өфөнән Илья Васильев. Ул – баш ҡалалағы 5-се спорт мәктәп-интернаты уҡыусыһы. Ете йәшенән грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. Егет быйыл Волга буйы федераль округының грек-рим көрәше буйынса ярыштарында икенсе урынды яулаған. Ильяның артабан ошондай сараларҙа ирекмән генә түгел, спортсы булараҡ та уңышлы сығыш яһауын теләйек.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Валерия Давыдова үҙе ирекмәнлек менән шөғөлләнә һәм ветеринарлыҡҡа уҡый. Ҡыҙ ирекмәндәрҙән торған ҙур команда менән хужаһыҙ йорт хайуандарына яҡшы ҡулдарға эләгергә ярҙам итә. “Һәр тере йән эйәһенең йәшәргә хоҡуғы бар”, – тигән фекерҙә спортсы.
Көйәрмәндәр, үҙ ватандаштарын күрергә теләгәндәр ҙә байтаҡ чемпионат ваҡытында. Өфө рестораторы Элио Капиэлло Италияның грэпплинг буйынса юниорҙар йыйылма командаһын Башҡортостан пиццаһын тәмләп ҡарау өсөн хатта үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған. Элио Өфөгә туғыҙ йыл элек Италияның Турин ҡалаһынан килгән һәм ҡатыны менән пиццерия асҡан. Хәҙер инде өс рестораны бар, уларҙы күптәр белә.
Италияның грэпплинг буйынса йыйылма командаһы сығыш яһағас, Элио Каппиэлло яҡташтарына пицца менән һыйланыу өсөн ҡунаҡҡа килергә тәҡдим иткән. Тыуған илдәре хаҡында һөйләшкәндә өфөләрҙең ҡунаҡсыллығын, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең матурлығын да билдәләгән итальяндар. Элио үҙ миҫалында йәш көрәшселәрҙе спортта һәм тормошта яңы еңеүҙәргә саҡырған. Әйткәндәй, йәш итальяндар дүрт миҙал – бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза яуланы.
Илебеҙ йыйылма командаһында – ике спортсыбыҙ
“Өфө-Арена”ла спорт көрәше буйынса юниорҙар донъя чемпионатының Олимпия уйындарына ҡарамаған ярыштары тамамланды. Командалар араһында Рәсәйҙеке дөйөм иҫәп буйынса беренсе урында килә. Икенсе урында – Ҡаҙағстан спортсылары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 16 августан 22 авгусҡа тиклем ирекле, грек-рим һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса ярыштар үткәрелә. Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа Башҡортостандан илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Сәйед-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриев көс һынашасаҡ. Уларҙың ошо мөһим спорт сараһында ҡатнашасағы 10 августа Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостандың грек-рим көрәше буйынса контроль ярыштары үткәрелеүе һөҙөмтәһендә асыҡланды. Тренерҙар составы Өфөлә үткәреләсәк чемпионатта ҡатнашыусы спортсыларҙы раҫланы.
Илебеҙҙең йыйылма командаһы составына республикабыҙҙан Адлан Амриев менән Сәйед-Хөсәйен Бакаев инде. Шулай итеп, Рәсәйҙең йыйылма командаһында – Павел Белкин (55 килограмға тиклем), Денислам Баматов (60 килограмға тиклем), Сәйед-Хөсәйен Бакаев (63 килограмға тиклем), Имодаев Мөслим (67 килограмға тиклем), Евгений Байдусов (72 килограмға тиклем), Әмерхан Цечоев (82 килограмға тиклем), Адлан Амриев (87 килограмға тиклем), Алексей Милешин (97 килограмға тиклем), Армен Челокян (130 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы). Сәйед-Хөсәйен Бакаев чемпионатта Рәсәй, Башҡортостан һәм Белорет намыҫын яҡлаясаҡ. Уның һөйләүенсә, ул спорт залына беренсе тапҡыр биш йәшендә килгән. Ошо ваҡыттан алып егет – спортта.
– Әлеге ваҡытта иң ауыры – психологик йәһәттән донъя чемпионатына әҙерлекле булыу, – тип белдергәйне спортсы. – Кимәл икенсе, шуға күрә ата-әсәйем, туғандарым, тренерым менән күберәк һөйләшергә тырышам. Ярыштар мәлендә яҡындары һәм тренеры – спортсы өсөн ныҡлы терәк.
– Башҡа илдәрҙән килгән спортсылар кеүек үк, күнекмәләр үткәрәм, хатта күберәк тә шөғөлләнәм, шуға барыһына ла әҙермен, – тигәйне чемпионат алдынан Сәйед-Хөсәйен. – Көслө, мауыҡтырғыс алыштар көтөлә, еңел булмаясаҡ, чемпионатҡа миҙал өсөн киләләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сәйед-Хөсәйен Бакаев – грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Ул Рәсәйҙең Йәштәр спартакиадаһында еңгән, Рәсәйҙең юниорҙар беренселегендә, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, ул Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡҡан.
Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған икенсе спортсы Адлан Амриев – Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. 2021 йылда Рәсәйҙең йәштәр спартакиадаһында, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа, Волга буйы федераль округы турнирында еңеүсе тип танылды. Былтыр ул Рәсәй юниорҙар турнирында көмөш миҙал яулағайны.
Адландың хәтерләүенсә, башта ата-әсәһе уның көрәш менән шөғөлләнеүенә ҡаршы булған, улдарының уҡыуға күберәк ваҡыт бүлеүен теләгән. Тик Адлан был спорт төрөнөң белем алыуға бер нисек тә ҡамасауламауын, киреһенсә, тәртипкә өйрәтеүен иҫбатлаған.
Адлан Амриев – билдәле көрәшсе Муса Евлоевтың ауылдашы. Белеүебеҙсә ул – Ингушетиянан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, грек-рим стилендәге көрәшсе Муса Евлоев Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яуланы. Спортсы 97 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынға сыҡты. Ул Әрмәнстандан Артур Алексанянды 5:1 иҫәбе менән еңде. Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында ла Адлан Амриев Рәсәй йыйылма командаһынан ауылдашы Муса Евлоев өсөн “көйҙө”, борсолдо. “Уның ниндәй юл үткәнен һәм күнекмәләр процесына етди ҡарағанын беләм. Ул – минең өсөн өлгө”, – тип белдергәйне Адлан йәйге Олимпия уйындарында. Шуға егеттең Өфөлә юниорҙар араһында үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя чемпионатына ныҡлы әҙерлегенә һәм унда алтын миҙал яулаясағына ышанысыбыҙ ҙур.
Әйткәндәй, Адландың ҡустыһы Алан да спорт менән ныҡлап шөғөлләнә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һайлау турҙарын үтә алманы һәм илебеҙҙең йыйылма командаһына эләкмәне. Алан – спорт мастеры, Рәсәй йәштәр спартакиадаһы еңеүсеһе, Рәсәй юниорҙар беренселегендә һәм Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Ул Башҡортостанда 2017 йылдан алып. Ә уның ағаһы Адлан бер йыл алдан Өфөгә килгән. Хәҙер егеттәрҙең ата-әсәһе улдарының көрәш менән шөғөлләнеүенә шат. Ағалы-ҡустылы спортсылар, ғәзиз кешеләре борсолмаһын өсөн, ярыштарҙан һуң ғына сығыштары хаҡында һөйләргә ғәҙәтләнгән икән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса юниорҙар йыйылма командаһы спортсыларының күнекмәләр үткәреү барышына милли команданың баш тренеры Николай Монов етәкселек итте. Уға республикабыҙ тренерҙары Геннадий Сырцев һәм Рәмил Сираев ярҙам итте.
Өфө донъяның иң көслө спортсыларын йыйҙы, һәм беҙ был чемпионатта өс йылдан һуң Париждағы йәйге Олимпия уйындарында “йондоҙ” булып балҡыясаҡ спортсыларҙы күрәсәкбеҙ.
Әйткәндәй, Әбйәлил районына эш сәфәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Цемикс” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре менән Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса чемпионат хаҡында әңгәмәлә: “Башҡортостан бындай сараларҙы юғары кимәлдә үткәрә аласаҡ, тип ышанам”, – тип белдергәйне. Ысынлап та, был – тарихта яҡты эҙ ҡалдырасаҡ һәм Башҡортостан исемен, данын ҡитғаларға таратасаҡ мөһим спорт сараһы.
Айһылыу НИЗАМОВА.