Спорт һәм туризм
19 Август 2021, 16:40

Алтын һәм көмөш миҙал яуланылар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов 19 августа ҡатын-ҡыҙҙар көрәшендә еңеүселәрҙе ҡотланы.

Алтын һәм көмөш миҙал яуланыларАлтын һәм көмөш миҙал яуланылар
Алтын һәм көмөш миҙал яуланылар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов 19 августа ҡатын-ҡыҙҙар көрәшендә еңеүселәрҙе ҡотланы.

Был көндө Рәсәй спортсыһы Анастасия Сидельникова Өфөлә үткәрелгән юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты еңеүсеһе тип танылды. Ул финал ярыштарында 59 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Беларусь Республикаһы спортсыһы Арина Мартынова менән осрашты һәм 24:14 иҫәбе менән еңде.

Рәсәй йыйылма командаһынан Елизавета Петлякова юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпирнатында көмөш миҙал яуланы.

"Өфө-Арена"ла ҡатын-ҡыҙҙар араһында көрәш дауам итә. 19 августа спортсыбыҙ Алина Касабиева 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында АҠШ-тан Корина Блейдсты еңде һәм финалға сыҡты. Ул тағы уңыш яулар, тигән өмөттәбеҙ. Алина Касабиева - Симферополдән. Ул быйыл 28 июндән 4 июлгә тиклем Германиялағы Дортмундта 21 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында үткәрелгән Европа беренселегендә ҡатын-ҡыҙ көрәшендә беренселекте яулағайны. Финал ярыштарында спортсы Һиндостандан Дэви Санжу менән көс һынашасаҡ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас