Спорт һәм туризм
19 Август 2021, 07:30

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр асыҡланасаҡ

“Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ирекле көрәш буйынса ярыштар дауам итә.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр асыҡланасаҡҠатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр асыҡланасаҡ
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр асыҡланасаҡ

“Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ирекле көрәш буйынса ярыштар дауам итә.

Бөгөн, 19 августа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында көрәш еңеүселәре асыҡланасаҡ. Рәсәйҙән Анастасия Сидельникова һәм Елизавета Петлякова юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар көрәшендә финалға сыҡҡайны. Уларға уңыштар теләйек!

53, 57, 62, 65 һәм 72 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ярымфинал ярыштары уҙғарыла. Ә 50, 55, 59, 68 һәм 76 килограмға тиклемм ауырлыҡ категорияһында ярышыусылар көс һынашасаҡ:  финал ярыштары үткәреләсәк һәм еңеүселәр асыҡланасаҡ.

20-22 августа иһә грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ. 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас