

Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты һәм Олимпия уйындары чемпионы Михаил Мамиашвили РУСАДА менән килешеү төҙөнө. Допингҡа ҡаршы агентлыҡ яғынан генераль директор вазифаһын башҡарыусы Михаил Бурханов ҡул ҡуйҙы.
Федерацияның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, документҡа Өфөлә барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты сиктәрендә ҡул ҡуйылған.
“Килешеү Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә спорт көрәшендә допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙы кисектеү буйынса сараларҙы бергәләп үткәреү программаһын күҙаллай. Уға Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһының допингҡа ҡаршы эшмәкәрлеген ойоштороу, тест тапшырыу, тикшереүҙәр һәм терапевтик йәһәттән файҙаланыу хоҡуғы тураһында ентекле аңлатыуҙар ҡарай”, - тип белдергәндәр Федерацияла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелһә, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20-22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ. Шулай итеп, ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.
Фото: “Башинформ”.