Спорт һәм туризм
19 Август 2021, 15:45

Парк яңауылдар күңеленә хуш килде

Бында элек күңелһеҙ ҙә, йәмһеҙ ҙә ине, ти улар. Хәҙер парк күп функциялы ял урынына әүерелгән.

Парк яңауылдар күңеленә хуш килдеПарк яңауылдар күңеленә хуш килде
Парк яңауылдар күңеленә хуш килде

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Яңауылда спорт паркы биләмәһен төҙөкләндереү менән танышты. Был эш 2019-2020 йылдарға иҫәпләнгән “Ҡала мөхите” проектына ярашлы төҙөкләндерелгән. Хәҙер ул күптәрҙең яратҡан ял урынына әүерелгән.

Биләмәне төҙөкләндереүгә 13,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Ошо суммаға майҙан периметры буйынса 900 метр оҙонлоғонда саңғы-роллер трассаһы һалынған, йомшаҡ резина япмалы балалар һәм спорт майҙандары булдырылған. Урам буйлап ағастар ултыртылған, яңы фонарь бағаналары, заманса эскәмйәләр ҡуйылған.  Бында элек күңелһеҙ ҙә, йәмһеҙ ҙә ине, ти яңауылдар. Хәҙер парк күп функциялы ял урынына әүерелгән. Киләсәктә уның йөкмәткеһен байытыу өсөн эшҡыуарҙарҙы йәлеп итмәкселәр. Радий Хәбиров парк биләмәһен ҡарағандан һуң, уның заманса һәм уңайлы булыуынан тыш, универсаллеген, төрлө йәштәге кешеләрҙең бер юлы ял итә һәм спорт менән шөғөлләнә алыуын билдәләне.

"Бөгөн ошондай проекттар республиканың күп ҡалаларында тормошҡа ашырыла. Бындай яҡшы миҫалдарҙы Бәләбәй, Ишембай, Бөрө ҡалаларында күрҙек, алда - Ағиҙел, - тине Радий Хәбиров. – Һәм беҙ бөгөн Яңауылдың нисек үҙгәргәнен күрәбеҙ".

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас