

Өфөлә барған спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатнашҡан Рәсәй йыйылма командаһы составына Башҡортостандан Адлан Амриев менән Сәйед-Хөсәйен Бакаев инде.
Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған икенсе спортсы Адлан Амриев – Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. 2021 йылда Рәсәйҙең йәштәр спартакиадаһында, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа, Волга буйы федераль округы турнирында еңеүсе тип танылды. Былтыр ул Рәсәй юниорҙар турнирында көмөш миҙал яулағайны.
Адландың хәтерләүенсә, башта ата-әсәһе уның көрәш менән шөғөлләнеүенә ҡаршы булған, улар улдарының ваҡытын күберәк уҡыуға бүлеүен теләгән. Тик Адлан был спорт төрөнөң белем алыуға бер нисек тә ҡамасауламауын, киреһенсә, тәртипкә өйрәтеүен иҫбатлаған.
Шуны билдәләргә кәрәк, Адлан Амриев – билдәле көрәшсе Муса Евлоевтың ауылдашы. Белеүебеҙсә ул – Ингушетиянан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, грек-рим стилендәге көрәшсе Муса Евлоев Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яуланы. Спортсы 97 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынға сыҡты. Ул Әрмәнстандан Артур Алексанянды 5:1 иҫәбе менән еңде. Токиола барған йәйге Олимпия уйындары ваҡытында ла Адлан Амриев Рәсәй йыйылма командаһынан ауылдашы Муса Евлоев өсөн “көйҙө”, борсолдо. “Уның ниндәй юл үткәнен һәм күнекмәләр процесына етди ҡарағанын беләм. Ул – минең өсөн өлгө”, – тип белдергәйне Адлан йәйге Олимпия уйындары ваҡытында. Шуға егеттең Өфөлә юниорҙар араһында үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя чемпионатына ныҡлы әҙерлегенә һәм унда алтын миҙал яулаясағына ышанысыбыҙ ҙур.
Әйткәндәй, Адландың ҡустыһы Алан да спорт менән ныҡлап шөғөлләнә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һайлау турҙарын үтә һәм илебеҙҙең йыйылма командаһына эләгә алманы. Алан – спорт мастеры, Рәсәй йәштәр спартакиадаһы еңеүсеһе, Рәсәй юниорҙар беренселегендә һәм Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа (һүрәттә) көмөш миҙал яулаған. Ул Башҡортостанда ул 2017 йылдан алып шөғөлләнә. Ә уның ағаһы Адлан бер бер йыл алдан Өфөгә килгән. Хәҙер егеттәрҙең ата-әсәһе улдарының көрәш менән шөғөлләнеүенә шат. Ағалы-ҡустылы спортсылар ғәзиз кешеләре борсолмаһын өсөн ярыштарҙаң һуң ғына сығыштары хаҡында һөйләргә ғәҙәтләнгән икән.
Әйткәндәй, Башҡортостан өсөн сығыш яһаусы ике спортсыбыҙ – Сәйед-Хөсәйен Бакаев та, Адлан Амриев та – чемпионатта финалға сыҡты!
Фото: Спорт министрлығы.