

Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылы эргәһендәге Һабантуй яланында республика "Бал байрамы" булып үтте. Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының "Төбәк-ара этнотуристик практикалар фестивале – "Башҡортостандың күп төҫлөлөгө" – 2021» этнотурфесы" грантын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарылды.
Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы.
Этнографик туризмды үҫтереү бөгөн, Башҡортостан халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү юлдарының береһе булараҡ, көнүҙәк әһәмиәткә эйә.
Байрамда төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде. Шуларҙың береһе – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат туристары, Германияның Юберлинген ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары белгестәре ҡатнашлығындағы этнографик тур. Быйыл март айында башланған экскурсоводтар конкурсына йомғаҡ яһалды, Этнотурфесты ябыу тантанаһы үткәрелде.
Тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең белгестәре милли аш-һыу күргәҙмәһе, туристар өсөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
Фото: bashinform.ru.