

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Өфө-Арена”ла барған спорт көрәше буйынса юниорҙар донъя чемпионаты менән бәйле түбәндәге фекерҙәрен яҙҙы:
“Миңә йыш ҡына: “Ниңә һин быны эшләйһең? Төрлө чемпионаттар үткәрәһең, быға аҡса, ваҡыт, энергия сарыф итәһең...” – тип әйтәләр. Ә мин донъя йәки Рәсәй чемпионаты кеүек ярыштарҙан һуң йөҙәрләгән малай һәм ҡыҙ, көслө спортсыларға ҡарап, спорт залдарына барыр һәм спорт менән шөғөлләнә башлар, тип уйлайым. Һәм, әлбиттә, һәр ваҡыт башҡорт спортсыларының республикабыҙға һәм Рәсәйгә юғары сифатлы миҙалдар килтереүен теләр инем. Һәм бөгөн мин бәхетлемен! Көрәшселәребеҙ Адлан Амриев һәм Сәйед-Хөсәйен Бакаев Рәсәйгә һәм Башҡортостанға донъя чемпионатының алтын миҙалдарын килтерҙе! Дөрөҫөн әйтәм: хыялым бар – беҙҙең башҡорт көрәшселәренең Олимпия уйындарының алтын миҙалдарын яулауын теләйем. Эшләгәнеңә ышанырға, ныҡыш һәм сәмсел булырға кәрәк. Һәм барыһы ла килеп сығасаҡ!”
Бөгөн “Өфө-Арена”ла республика Башлығы Радий Хәбиров юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренселекте яулаған Сәйед-Хөсәйен Бакаевҡа алтын миҙал тапшырҙы. Бөгөн ошондай уҡ миҙалға – беренсе урынға – 87 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында – Адлан Амриев, 77 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Ислам Алиев лайыҡ булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Сәйед-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриев Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Фото: glavarb.ru