Спорт һәм туризм
21 Август 2021, 10:00

Чечнянан – Өфөгә

Ярты быуаттан ашыу спортсылар тәрбиәләгән СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Пайзулла Умаров ниндәй фекерҙә?

Чечнянан – ӨфөгәЧечнянан – Өфөгә
Чечнянан – Өфөгә

Һәр спорт сараһында көйәрмәндәр күп була. Әммә туған республикаһы спортсыларының төрлө төбәктәрҙәге һәр сығышын барып, күреп, улар өсөн “көйгән”-борсолғандары һирәгерәк. Чечен Республикаһының Наурская станциаһынан Пайзулла Умаров – тап шундайҙарҙан. Ул чечен көрәшселәренең Өфөләге сығышы ҡарарға дүртенсе тапҡыр килгән.

Совет осоронда Пайзулла Умаров Төньяҡ Осетия һәм Украина йыйылма командалары спортсыларын донъя чемпионаттарына әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Ә үҙенең туған республикаһында тренер булып эшләүенә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. “Был – ауыр, әммә изге эш, тип иҫәпләйем. Балалар биш йәшенән ошо спорт төрө менән шөғөлләнергә килә. Уларға Рәсәй, Европа чемпиондары булырға ярҙам итәм. Тимәк, файҙалы эш атҡарам: уларға тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итәм”, - ти СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры. Ул үҙенең бында дүртенсе тапҡыр булыуы, бында изге күңелле кешеләрҙең йәшәүе, ҡунаҡтарҙы һәр саҡ йылы ҡабул итеүҙәре хаҡында белдерҙе һәм көслө Рәсәйҙең йыйылма командаһының  еңеүен теләне.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас