Спорт һәм туризм
21 Август 2021, 06:00

Кемдәр еңде?

“Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатынан ярыштарҙың бишенсе көнө һөҙөмтәләре менән таныштырабыҙ.

Кемдәр еңде?Кемдәр еңде?
Кемдәр еңде?

“Өфө-Арена”ла юниорҙар араһындағы донъя чемпионатының Олимпияға ҡараған спорт көрәше төрҙәре буйынса ярыштары бара. Бишенсе көн һөҙөмтәләре менән таныштырабыҙ.

20 августа Рәсәй командаһы бер алтын һәм ике бронза миҙал яуланы. Ярыш һөҙөмтәләре:

53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:

1. Эмма Мальмгрем (Швеция);

2. Михаэла Самоил (Молдова);

3. Чойгана Тумат (Рәсәй) һәм Эмин Чакмак (Төркиә).


57 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:

1. Нилуфар Раимова (Ҡаҙағстан);

2. Аврора Руссо (Италия);

3. Эльвира Камалоглу (Төркиә) һәм Сезим Жуманазарова (Ҡырғыҙстан).


62 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:

1. Алина Касабиева (Рәсәй);

2. Деви Санжу (Һиндостан);

3. Корина Блэйдс (АҠШ) һәм Биргул Солтанова (Азербайжан).


65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:

1. Ирина Рингач (Молдова);

2. Бхатери Бхатери (Һиндостан);

3. Виктория Вессо (Эстония) һәм Амина Капезан (Румыния).


72 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында:

1. Кеннеди Блэйдс (АҠШ);

2. Лили Шнайдер (Германия);

3. Мәрйәм Гусейнова (Рәсәй) һәм Даниэла Ткачук (Польша).

Шуныһы үкенесле : һуңғы категория буйынса бронза миҙалға ярыштарҙа Мәрйәм Гусейнова менән көс һынашҡан Санех Санех (Һиндостан) йәрәхәтләнде һәм артабан сарала ҡатнаша алманы. Уға тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.

Рәсәй йыйылма командаһынан 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Алина Касабиева – алтын, 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Чойгана Тума һәм 72 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Мәрйәм Гусейнова бронза миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙ көрәше буйынса миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе буйынса АҠШ командаһы – беренсе, Рәсәй командаһы – икенсе, Һиндостан командаһы өсөнсө урынға сыҡты.

Грек-рим көрәшенә килгәндә, илебеҙҙең йыйылма командаһынан Сәйед-Хөсәйен Бакаев (63), Ислам Алиев (77) һәм Адлан Амриев (87 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы) финалға сыҡты. Уларҙың икәүһе – Сәйед-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриев – Башҡортостан өсөн сығыш яһай. Әйткәндәй, Сәйед-Хөсәйен Бакаев Белорет өсөн дә ярыша. Шуға чемпионатта был ҡаланан көйәрмәндәр байтаҡ. 

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас