

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының финал ярыштары бара.
Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа илебеҙ спортсылары Динислам Бамматов (60), Евгений Байдусов (72) һәм Алексей Милешин (97 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы) үҙ көсөн һынай.
Динислам Бамматов - Ирандан Саид Эсмаили Леивеси, Евгений Байдусов - Грузиянан Георгий Чхиквадзе, Алексей Милешин Беларусь Республикаһынан Павел Глинчук менән алтын миҙал өсөн ярыша. Бөгөн, Рәсәй Флагы көнөндә, уларға уңыштар юлдаш булыр, беренселекте яуларҙар, тигән ышаныстабыҙ. Әйткәндәй, кисә Сәйед-Хөсәйен Бакаев, Ислам Алиев һәм Адлан Амриев алтын миҙалға лайыҡ булғайны.
Финал ярыштары бөгөн киске 18 сәғәттән һуң була һәм ярыштарҙан һуң, Өфөләге юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тантаналы ябыласаҡ.
Фото: Александр Орешников.