

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының финал ярыштары үткәрелде.
22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа илебеҙ спортсыларынан Динислам Бамматов 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Ирандан Саид Эсмаили Леивесины 7:3 иҫәбе менән еңде. 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Рәсәй йыйылма командаһынан Мөслим Имадаев бронза миҙалға лайыҡ булды. Ул Франциянан Гагик Снджоянды 9:0 иҫәбе менән еңде.
Илебеҙ көрәшсеһе Евгений Байдусов та беренселекте яуланы. Ул Грузиянан Георгий Чхиквадзе менән беренселек өсөн алышҡайны. Әйткәндәй, был спортсы Рәсәй йыйылма командаһы составында Түбәнге Новгород өсөн сығыш яһаһа ла, Евгений сығышы менән – беҙгә күрше булған Ырымбур өлкәһенән. 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында шулай уҡ Венгриянан Аттила Тоэсмаги бронза миҙал яуланы.
97 килограмға тиклемге ауырлыҡ категрияһында Алексей Милешиндың Беларусь Республикаһынан Павел Глинчук менән алтын миҙал өсөн көрәше баш ҡалабыҙҙа барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының һуңғы алышы булды. Сығышы Хабаровск крайынан булған егеттең дә алтын миҙал яулауын түҙемһеҙләнеп көттөк. Тик уңыш спортсыбыҙға йылмайманы: алтын миҙалды Беларусь Республикаһынан Павел Глинчук яуланы, илебеҙ спортсыһы Алексей Милешин көсөш миҙалға лайыҡ булды.
Әйткәндәй, кисә, 21 августа, Сәйед-Хөсәйен Бакаев, Ислам Алиев һәм Адлан Амриев алтын миҙалға лайыҡ булғайны.
Шулай итеп, бөгөн, Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнөндә, көрәшселәребеҙ спортсыларҙы, тренерҙарын, яҡындарын һәм көйәрмәндәрен юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһауы, бына шулай призлы урындар яулауы менән хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп ҡотланы. Йыйылма командаларҙың дөйөм иҫәбе буйынса Рәсәй - беренсе, Иран - икенсе, Азербайжан өсөнсө урын яуланы.
Бөгөн грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙың ғына түгел, “Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатының да аҙаҡҡы ярыштар көнө булды һәм сараны ябыу тантанаһы үткәрелде. Беҙ, спорт һөйөүселәр һәм көйәрмәндәр, илебеҙ көрәшселәренең уңышлы сығыш яһауына шатбыҙ, ҡәнәғәтбеҙ. Был сарала беренселек яулаған спортсыларыбыҙҙың 2024 йылда Парижда уҙғарыласаҡ йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яулауына ышанысыбыҙ ҙур. Бигерәк тә донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Сәйед-Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриевтың исемдәре лә өс йылдан һуң йәнә тотош донъя күләмендә яңғыраясаҡ, тигән өмөттәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла булды. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелде, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20-23 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар уҙғарылды. Шулай итеп, 13 августан алып Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынашты. Был көндәрҙә Өфө донъя көрәшенең баш ҡалаһына әйләнде.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.